Все новости
Иман
13 Января , 14:05

Бергә булайыҡ, халыҡ

Яҡшымбәт ауылы, зыяратын ҡамау өсөн, быйыл ППМИ- 2024 программаһында ҡатнашырға уйлай. 

Бергә булайыҡ, халыҡ
Бергә булайыҡ, халыҡ

Был йәһәттән "Аҡ мәсетебеҙ" ҙә балалар өсөн "Иманлы балалар" тигән сара булып үтте. Сараға Яҡуп ауылынан Илсаф хәҙрәт үҙенең 4 шәкерт малайҙарын алып килде, Яҡшымбәт ауылынан Тәнзилә апай 7 ҡыҙ уҡыусыһы менән был сараны үткәрҙек. Кумертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимовтың килеүе сараның мәртәбәһен тағы ла күтәрҙе. Балалар был сараға әҙерләнгәндәр. Улар тест һорауҙарына яуап бирҙеләр, күберәк сүрәләр һөйләүҙә ярыштылар һәм ике һорауҙан торған билеттарға һәм ҡушымса һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Һөҙөмтәләр буйынса еңеүселәр ошолай: Ҡыҙҙар
1.Аҙнабаева Фәринә 2 мең һ
2.Аҙнабаева Диләра 1 мең һ
3.Саттарова Айзилә 500һ
4.Бикмаева Гүзәлиә дини китап.
Малайҙар:
1.Кинйәкәев Данис 2 мең һ
2.Сөләйманов Ринур 1мең һ
3.Сөләйманов Солтан 500 һ
Мөхтәсибәттән һәр бер ҡатнашыусы ҡул сәғәте һәм сертификат менән бүләкләнде.
Был сараға спонсорлыҡ ярҙамын курһәткәндәр: Мөхәмәтшина Л, Кәлимуллина Люциә, Мукашова Хәлимә, Бикмаева Фәриә, Бикмаева Тәнзилә, Айнур хәҙрәт аҡсалата ярҙам күрһәткән булһалар, мөслимә апайҙарыбыҙ: Фирҙәүес, Гөлсинә, Рәйлә, Гөлнара, Фәриә, Тәнзилә, Мәүлиҙә һәм Люциә апайҙар төрлө тәм-том, бешергән ашамлыҡтар алып килеп, саралағыларға табын әҙерләнеләр. Мөхөтдин һәм ауыл старостасы Азат ағайҙар самауыр сәйе әҙерләп, мәсеттең тирә - яҡтарын ҡарҙан тазарттылар.
Бөтәгеҙгә ла ҙур рәхмәт, Аллаһы Тәғәлә был ярҙамдарығыҙ өсөн садаҡа жариәларҙән итһен.
Бергә булайыҡ, ауыл халҡы. Киләсәк ошо балаларыбыҙ ҡулында икәнлеген онотмайыҡ, нимә сәсһәк шуны алырбыҙ.

Автор:
Читайте нас: