Все новости
Иман
28 Февраля , 16:04

Изге айға аяҡ баҫабыҙ

- Ураҙа тотоу - асығып йөрөү генә түгел.

Изге айға аяҡ баҫабыҙ
Изге айға аяҡ баҫабыҙ
Ҡайһы бер кеше, диета тотоп алайым, ябығайым, тәнгә шифаһы булыр тип ураҙа тотмаҡсы, әммә был гонаһ була. Рамаҙан айында тәғәмдән тыйылыу ғына етмәй, ни файҙа әгәр ҙә һинең тамағың ас булып та, күҙең, телең гонаһлы булһа? 
- Тел гонаһлы тигәнегеҙ нимәнән ғибарәт ул?
- Ғәйбәт, яман һүҙ һөйләү, һүгенеү...
- Ә күҙ? 
- Ярамағанға күҙ һалыу. Бәғзе кешеләр, ураҙа тотһа ла, смартфонынан күҙен ала алмай, күбеһенсә, билдәле, ғибрәт ҡарай.
- Яланғас ҡатындарҙы ҡарап ултырыу гонаһмы ул?
- Әлбиттә...
...Быйыл, Аллаһ бойорһа, беҙҙе һәйбәт яңылыҡтар көтә, районда дүрт ауылда мәсеттәр төҙөлә башлаясаҡ. Ҡотлоюл мәсетен дә асырбыҙ тигән ниәттәбеҙ. 
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнар хәҙрәт Ҡәҙимов әңгәмә һәм Рамаҙан айына бәйле материалдар гәзиттең киләһе һанында баҫыла.
Автор:
Читайте нас: