+16 °С
Ясно
"Ауыҙ астырған кеше йәһәнәм ғазабынан ҡотҡарыр. Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһларын ярлыҡар. Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға, уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер, һыуһағанға һыу эсереүсене ғәрәсәт майҙанына саҡырмаҫ” - тигән. Бәйғәмбәрҙе тыңлап тороусы сәхәбәләр: “Ауыҙ астырырға хәлебеҙҙән килмәй бит” - тигәндәр. Мөхәмәд ғәләйһиссәләм уларға һөт ризыҡтары менән дә ауыҙ астырырға мөмкин тип аңлатҡан. Әгәр ифтарға саҡырһалар - барыр кәрәк.
Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән: “Кем саҡырылған ергә сәбәбһеҙ бармаһа, ул миңә ҡаршы килеүсе” - тигән.