Все новости
Иман
18 Марта , 14:57

Өс әхирәттән тәүге Ифтар

Беҙ ауылыбыҙҙың "Нур" мәсетендә, Ураҙаның тәүге көнөндә үк, өс әхирәт йыйылышып, ифтар мәжлесе ойошторҙоҡ. 

Өс әхирәттән тәүге Ифтар
Өс әхирәттән тәүге Ифтар

Иптәш ҡыҙҙарым Мөкәрәмә Шамшаева, Лиза Бикмурзина менән һөйләшеп, уртаҡ өҫтәл ҡорҙоҡ. Һыйҙан һығылып торған өҫтәлебеҙгә барлығы 40-тан ашыу кеше йыйылды. Нур сәсеп торған "Нур" мәсетебеҙгә үҙебеҙҙең ауыл кешеләре генә түгел, күрше Урта Баба, Көйөргәҙе ауылдарынан дин ҡәрҙәштәр, туғандар килде. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тотҡан Ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәлдәрҙе ҡабул ҡылһын, һауаптары насип булһын ине, тип теләп ҡалабыҙ, - ти Үрге Баба ауылы абыстайы Римма Аитбаева.
Әйткәндәй, ул үҙе лә, тормош иптәше Әхтәм хәҙрәт Кинйәғолов та Ураҙаны бына инде 9-сы йыл тоталар икән.

Был турала мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: