Йылдың һәр көнө ҡәҙерле һәм ул бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмай, ҡабатланмай. Кеше ғүмере лә күҙ асып йомған бер миҙгел. Шул миҙгелдең ҡәҙерен белеп, изгелектәр эшләп йәшәргә насип булһын, һәммәбеҙгә лә.
Бөгөнгө көндә мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең иң изге айы Рамаҙан айы бара. Был айҙа айырыуса яҡшы эштәр башҡарып, изге ғәмәлдә булырға, яманлыҡтарҙан йыраҡ тороп, нахаҡ һүҙҙәр, яман уйҙар, рәнйетеүҙәрҙән арынырға кәрәк. Доға ҡылып, теләктәр теләп, мохтаждарға хәйер биреп, яҡшылыҡтар эшләп ҡалайыҡ дин ҡәрҙәштәр.
Әлеге ваҡытта ифтарҙарға йөрөү, йәки ураҙала булғандарға ауыҙ астырыу йолаға әүерелеп бара. Был әлбиттә яҡшы күренеш. Ифтарҙарға йөрөү - ул көн оҙононда асыҡҡан тәнде ризыҡҡа туҡландырыу ғына түгел, ә аралашыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу, аң - белемде үҫтереү ҙә булып тора.
Яҡуп ауылы халҡы ла был яҡтан бик әүҙем. "Зөлхиә" мәсете 2007 йылдан алып эшләп килә. Әйтергә кәрәк, 17 йыл ваҡыт үтһә лә, мәсет үҙ төҫөндә әле, Аллаға шөкөр. Күп йылдар ремонт күрмәгән мәсетебеҙҙең рәтләү эштәренә мохтаж ерҙәре лә юҡ түгел. Үткән йылда уҡ Илсаф хәҙрәт Туйгилдин түбәһенән һыу үтә, ремонт эштәре талап ителә, тип ауыл халҡына мөрәжәғәт менән сыҡҡан ине. Быйыл ауылыбыҙҙың шәп егеттәре Ғайсин Румил Әмир улы һәм Үлмәҫбаев Арслан Рәүеф улы ошо эштәрҙә үҙ ярҙамын күрһәтте.
Үҙ көстәре менән мәсеттең түбәһен алыштырып ҡуйҙылар. Изге айҙа изге эштәр башҡарҙы егеттәр, барлыҡ ауылдаштар исеменән ҙур рәхмәт уларға!
19 март, ауыл халҡы мәсетебеҙҙә беренсе ифтар ашына йыйылды. Был ифтарҙы ауылыбҙҙың күркәм ғаиләләре ойошторҙо: Самат һәм Гөлшат Туйгилдиндар, Зөлфиә Туйгилдина һәм уның балалары, Рәсил һәм Альбина Искәндәровтар ифтар табыны ҡорҙолар. Һауаптары насип булһын, ғаиләләре имен булһын.
Альбина ИСКӘНДӘРОВА, Яҡуп ауылы