Все новости
Иман
29 Марта , 08:04

Өфөгә - ифтарға

Был мәжлескә (ауыҙ асыуға) иң яҡын кешеләрҙе саҡыралар.

Өфөгә - ифтарға
Өфөгә - ифтарға

Диндә нисек ҡаралғандыр, ҡунағың ни тиклем дәрәжәлерәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡмы икән? Бәғзе диндәштәр ифтар үткәргәс, табынға кем килгәнен, тәмләп, теҙеп яҙа, бына был район башлығы, быныһы урынбаҫары, ә был фәндәр кандидаты, янындағыһы орден кавалеры, тегендәрәк ултырғанының атҡаҙанған тигән исеме бар... Кем менән табындаш булғанымды белегеҙ.
...Кисә беҙҙекеләр Өфөгә барҙы. Ифтарға. Айнур Бирғәлин, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, үҙе саҡырған.
Кис мәлендә беҙгә ошо турала, ҡыуанып, әйттеләр. Ғорурлыҡтары хаттин ашҡан. Улар менән бергә беҙ ҙә, әлбиттә, шатландыҡ. Кемде-кемде был туғандарҙы беләбеҙ ҙә, тәккәберлек - гонаһ икәнен гәзиткә үҙҙәре ҡат-ҡат яҙғаны булды.
Аштың олоһо, кесеһе булмаған кеүек, ифтар ҡунағының да ҙуры, бәләкәйе булмайҙыр.
Был турала үҙҙәре һөйләр, мәҡәлә гәзиттә баҫылыр.

Автор:
Читайте нас: