Иман
4 Апреля 2024, 05:12

Сауаптарын насип итһен

Барыбыҙ ҙа иҫән - һау булайыҡ.

Сауаптарын насип итһенСауаптарын насип итһен
Сауаптарын насип итһен

Кисәге Ифтар мәжлесе ауылыбыҙҙа тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә ситтә йәшәүсе яҡташ абзыйыбыҙ Әнүр Әмир улы һәм дә Акчурина Фәүзиә апайҙың килене Рәхимә апай Аҡсуринаның вафат булған әти-әниенең, тормош иптәшенең, туғандарының  рухына бағышлап, Ҡөрьән мәжлесе итеп үткәрелде. Был яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә, Ифтар ашын әҙерләүҙә ярҙам иткән апайҙарға, ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Аллаһы тәғәлә сауаптарын насип итһен. Уларға һаулыҡ, именлек, эштәрендә оло уңыштар, йөрөгән юлдарында именлек, тик аҡ юлдар ғына теләп ҡалабыҙ. Балаларынан, тормош иптәшенән доға өмөт иткән әрүахтар риза булып ятһындар.
Мосолманса яулыҡ бәйләү буйынса мастер класс күрһәткән Зөлфиә апайға ҙур рәхмәт. Беҙгә бик оҡшаны. Барыбыҙ ҙа иҫән - һау булайыҡ, илдә күк йөҙө аяҙ, тыныслыҡ булһын.

Абдул авылы мачете Шамсетдин 

Автор:
Читайте нас