Все новости
Иман
10 Апреля , 15:21

Айтуған ярҙам итте

Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ беҙҙе ҡалдырып китте. 

Айтуған ярҙам итте
Айтуған ярҙам итте

Рамаҙан айы үтеп китте. Ләкин Рамаҙандың Раббыһы беҙҙең менән тороп ҡалды. Раббыбыҙҙың бик күп һанлы бүләктәренең береһе -Шәүүәл айында 6 көн ураҙа тотоу. Аллаһтың Илсеһе:«Рамаҙан Ураҙаһын тотоп бөткәндән һуң, Шәүүәл айында 6 көн ураҙа тотоусыға бер быуат ураҙа тотҡандағы кеүек әжер биреләсәк,»-тип беҙҙе ҡыуандыра. Һуңғараҡ, байрам үткәндән һуң, был нәфел ураҙаһын да тотоп ҡуйырбыҙ, ин шәә Аллаһ. Ә бөгөн Ураҙа ғәйете, Яманһары мосолмандары мәсеткә йыйылды. Йөҙҙәре нурлы. Ғәйет намаҙынан һуң, вәғәз тыңлағас байрам мәжлесе ойошторолдо. Байрам табыны ойошторорға Айтуған исемле егетебеҙ ярҙам итте. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының магистратураһында уҡый һәм шул ваҡытта Өфө ҡалаһындағы бер ҡеүәтле сәнәғәт ойошмаһында әйҙәүсе инженер-энергетик булып эшләп тә йөрөй. Тәүге эш хаҡынан ауыл мәсетендә Ураҙа ғәйетен үткәрергә ярҙам итер инем, тип әйткән һүҙе булған. 12 йәшенән ауыл мәсетендә аҙансы вазифаһын башҡарыусы ла ул, ауыл өҫтөнә беренсе тапҡыр яңғыратып аҙан әйтеүсе лә ул.Аллаһы Тәғәлә рәхмәтен яуҙырһа ине уға. Шулай уҡ, байрам табынын әҙерләшергә ярҙам итеүсе ауылыбыҙҙың егәрле , уңған мөслимәләренә лә рәхмәтен яуҙырһа ине Аллаһы Тәғәлә .Шуныһы ҡыуаныслы, йылдан -йыл әкренләп булһа ла, тәүбә итеп намаҙға баҫыусыларҙың, ураҙа тотоусыларҙың һаны арта бара. Ә инде дин юлына баҫыусы ғаиләләрҙең, балаларҙың күбәйеүе бигерәк тә ҡыуаныслы хәл.
Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын.

Мечеть села Ямансарово 

Автор:
Читайте нас: