Все новости
Иман
10 Апреля , 09:23

Бизнес - ифтар

Юлиә Ҡунаҡҡолова, Ялсыҡай ауылында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән ҡыҙ, бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙҙа, массаж яһау буйынса үҙ салонын асып, уңышлы эш алып бара.

Бизнес - ифтар
Бизнес - ифтар

- Аллаға шөкөр, бизнес-ифтарҙы өсөнсө йыл рәттән ойошторабыҙ, тәүге йыл 100 кеше йыйҙыҡ, былтыр 200 булһа, быйыл инде ҡунаҡтарыбыҙ һаны 200-ҙән ашты. Иң тәүге беҙҙең ниәт - мәрхәмәтлелек. Ураҙа тотҡан гүзәл ханымдарҙы һыйлап һауап алабыҙ, диндә шулай ҡаралған, Рамаҙан айында нисә кешене һыйлайһың, шунса көн һиңә һауап яҙыла, тиелгән. Шуға күрә, мосолман кешеһе өсөн был бик күркәм сара. Икенсенән, беҙҙең ифтарҙарыбыҙ ябай ғына түгел, фәһемле лә, ифтарҙарыбыҙҙа беҙ мосолман ҡатындарына бизнес алып барыу рөхсәт ителеүе тураһында, ниндәй юлдар һайлау уңышлыраҡ булыуы тураһында асыҡлыҡ индерәбеҙ. Сөнки, күптәр, электән килгән яңылыш фаразлауҙар буйынса, мосолман ҡатыны бала табып, өйҙә ирен ҡарап ҡына ултырырға тейеш, тип уйлайҙар. Беҙ ошо фекерләүҙәрҙе тулыһынса һыҙып ташлап, ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңы үрҙәргә артылырға илһамландырабыҙ. Өсөнсөнән, беҙ был ифтарҙы өс башҡорт ҡатын-ҡыҙы йыйылып үткәрәбеҙ һәм шуға бәйле, тап башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын, телебеҙҙе, рухыбыҙҙы үҫтереү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Йыл да ошо өс теманы яҡтыртып киләбеҙ, өс темаға бәйле мәғлүмәтте үҙебеҙ ҙә бирәбеҙ, спикерҙар ҙа саҡырабыҙ. Был ифтарҙы беҙ өсәү үткәрәбеҙ, иң тәүҙә был идеяны беҙгә Гүзәлиә Хәджәр-Сөләйман тәҡдим итте, ул Баймаҡ ҡыҙыҡайы, уның был идеяһын Көйөргәҙе һылыуы мин һәм Әбйәлилдән Ләйсән Еникеева хуплап, күтәреп алдыҡ...

Был хаҡта мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: