Все новости
Иман
10 Апреля , 08:14

Һəр йортҡа - татыулыҡ һəм именлек

Көйөргəҙе районы мосолмандарын Изге Ураҙа байрамы менəн ихлас ҡотлайым!

Һəр йортҡа - татыулыҡ һəм именлек
Һəр йортҡа - татыулыҡ һəм именлек

Изге Рамаҙан айын тамамлаған был бөйөк байрам йəнде таҙартыуҙы, шатлыҡты, иманды табыуҙы, рухи нигеҙҙəрҙе нығытыуҙы символлаштыра. Шуға күрə Ураҙа байрамы быуаттар буйына ислам динен тотҡан бөтə миллəт вəкилдəре тарафынан хөрмəт ителə. Район мосолмандары артабан да халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыу, ихтирам һəм яҡшы мөнəсəбəт булдырыу, нығытыу эшенə хеҙмəт итер, тип ышанам.
Ураҙа байрамы һəр йортҡа, һəр ғаилəгə йылылыҡ һəм шатлыҡ, татыулыҡ һəм именлек, тыныслыҡ килтерһен, ə был изге айҙың изгелеге һəм мəрхəмəте көндəлек тормошта һəр ваҡыт беҙҙең менəн бергə булһын!
А. З. СƏЙФУЛЛИН, Көйөргəҙе районы хакимиəте башлығы вазифаһын башҡарыусы

Автор:
Читайте нас: