Все новости
Иман
11 Апреля , 08:31

Эштәребеҙ - уң, һәр көнөбөҙ - хәйерле булһын

Изге Рамаҙан айы тамамланыуға Ҡотлоюл ауыл халҡы ғәйет байрамына клубҡа йыйылды.

Эштәребеҙ - уң, һәр көнөбөҙ - хәйерле булһын
Эштәребеҙ - уң, һәр көнөбөҙ - хәйерле булһын

Ауылыбыҙ имамы Инсаф Йәдкәр улы Ҡөрьән, теләктәрен уҡыны. Ауылдаштарға байрамға тәмле былау бешереп табынды йәмләне. Килгән ҡунаҡтар буш ҡул килмәгән сәк-сәк генән итле мантыйына тиклем бар ине өҫтәлдә. Шулай итеп ауылдаштар бер-береһенә хәйерҙәр таратышып, икенсе изге ғәйет байрамын үҙебеҙҙең яңы мәсетебеҙҙә ҡаршы алырға яҙһын, тип теләктәр теләне.
Донъяларыбыҙ тыныс, өҫтәлдәребеҙ - мул, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ - һау-сәләмәт, йәндәребеҙ - тыныс, эштәребеҙ - уң, һәр көнөбөҙ - хәйерле булһын, туғандар, дуҫтар!

Зарима Боҫҡанова. 

Автор:
Читайте нас: