Все новости
Иман
13 Апреля , 10:16

Доға ҡылайыҡ

Зәк-Ишмәт ауылында изге байрамға арналып шәп концерт үтте. 

Доға ҡылайыҡ
Доға ҡылайыҡ

Йыйылған халыҡ һәр сығышты көслө алҡыштарға күмеп, рәхәтләнеп ял итте. Концерттан һуң мул табын артында һөйләшеп, тәмле сәйҙәр эстек. Һәр кем бешеренеп алып килгән, өҫтәл мул ризыҡтан һығылып торҙо. Зифа Зәйнәғәбдинова менән Гөлнәфис Ғөбәйҙуллина матур итеп Ҡөръән аяттары уҡыны. Байрам уңайынан фермерыбыҙ Әнүәр Усманов ҡорбан салған. Ауыл буйлап ит таратып сыҡты, уның изге эштәре үҙенә сауап булып ҡайтһын.
Ауылыбыҙ мәсетендә лә һәр йома намаҙы уҡыла, ай буйына тәрәүих намаҙы ла уҡылды. Аҙна һайын өмә үткәреп, иман йортобоҙҙо эшләү дәрәжәһенә еткергән Ғәли хәҙрәткә һәм уның ярҙамсылары Ғәзиз Фәтҡуллинға, Мидхәт Басыровҡа рәхмәтлебеҙ. Венера Рәхимова менән Зөлфирә Ишмөхәмәтоваға ла рәхмәт. Улар мәсетебеҙҙе һәр ваҡыт тәртиптә тота. Шулай уҡ ярҙам итергә әҙер торған ауылыбыҙ халҡына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Форсаттан файҙаланып шуны ла яҙып үтмәксемен, мәсетебеҙҙә, һәр кемдең йортонда үткән аят аштарында, ауылыбыҙ өсөн күп эш башҡарған, иман йортобоҙ өсөн көсөн дә, сәләмәтлеген дә йәлләмәгән мәрхүм Морат Хәлиулла улы Вәлитов рухына үҙебеҙҙең рәхмәттәребеҙҙе еткереп доға ҡылайыҡ. Сөнки уның башҡарған изге эштәрен һанап бөткөһөҙ, мәрхүмебеҙҙең йәне йәннәттә булһын.
Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

Автор:
Читайте нас: