Все новости
Иман
15 Апреля , 09:41

Сауабы насип булһын

Беҙҙең Тимербай ауылы барлыҡ мосолман халҡының ҙур байрамын ҙур ойошҡанлыҡ менән ҡаршы алды. 

Сауабы насип булһын
Сауабы насип булһын

Мәсеткә оло кешеләр генә түгел, ә бик күп балалар ҙа йыйылып килделәр. Тимербай ауылы муллаһы Рөстәм хәҙрәт Хәлилов халыҡты изге байрам менән ҡотлағандан һуң, матур итеп Ураҙа ғәйетенә арналған Ҡөръән-намаҙ, вәғәздәр уҡып үтте. Шулай уҡ барлыҡ халыҡты Свобода ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Мансур улы Рахманғолов та байрам менән тәбрикләне. Үҙенең ғаиләһе иҫәбенән тормош иптәше Гөлфиә менән изге байрамды үткәрергә Тимербай һәм Абдул ауылдары мәсеттәренә аҡсалата ярҙам күрһәтте. Халыҡ уларға ҙур рәхмәттәрен белдерҙе, һауаптары үҙҙәренә насип булһын тип теләне. Ә инде Ураҙа ғәйетенән һуң, йыйылған халыҡты тәмле итеп әҙерләнгән ризыҡтар менән һыйланылар. Тышта тәмле итеп былау бешереүсе Наил Бикҡоловҡа, табын әҙерләүсе Альфира Бикҡоловаға, Мәғфиә Рамаҙановаға, Сәриә Килмәтоваға ҙур рәхмәт. Барыһы ла үҙҙәренең рәхмәттәрен, изге теләктәрен әйтеп таралышты.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ, Кинйәабыҙ ауылы

Автор:
Читайте нас: