Все новости
Иман
19 Апреля , 08:12

Путевка в рай

Яңы Таймаҫ ауылы мәсетенә аҡса кәрәк. 

Путевка в рай
Путевка в рай

Ни өсөн яҙмамды шулай тип атаным? Сөнки Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.г.с) әйтте: ҡошсоҡ ояһы ҙурлығында булһа ла мәсет төҙөгән кешегә, Аллаһы Тәғәлә ожмах баҡсаларында йорт һала. Әлхәмдуллиләһ, йәмғиәтебеҙҙә йылдан йыл бер-бер артлы мәсеттәр асыла, районыбыҙҙа ла шундай ваҡиғалар көтөлә.
Таймаҫ ауылында мәсет 2004 йылда асылды. Уны ошо ауылда тыуып үҫкән эшҡыуар Исмәғилев Сәғит Фәтҡлислам улы, ауыл халҡы Совет осорондағы динһеҙлектән, "ҡараңғылыҡтан" иман юлына, яҡтылыҡҡа сыҡһын, тип төҙөттө. Шул ваҡыттан башлап мәсеттә балаларға уҡыуҙар ойошторолдо, дини байрамдар, йома намаҙҙары үткәрелеп килә.
Йылдар үткәс мәсетте төҙөкләндереү ваҡыты ла етте. Шулай итеп 2022 йылда тәҙрәләрҙе пластикка, ингән ишекте тимергә алмаштырҙыҡ, ингән ергә йылы иҙән түшәнек. Шулай уҡ, фермер Мәһәҙиев Мөнир Ғәтиәт улы, тормош иптәше менән заманса түбәләр ҡуйҙырҙылар. Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡытыусылары ла аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ошо эштәрҙә ҡатнашыусыларға Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте яуһын, уларҙы Фирҙәүес йәннәттәре менән һөйөндөрһөн.
"Юшатыр" гәзите аша халыҡҡа мөрәжәғәтем: әйҙәгеҙ бергәләп мәсетебеҙҙе төҙөкләндереп бөтөрәйек. Был үтенесем Таймаҫ ауылында йәшәүсе, йәки ошо ауылда тыуып ситтә йәшәүселәр өсөн генә түгел, ә барлыҡ гәзит уҡыусылар, ислам диненә битараф булмағандарға еткерәм.
Беренсенән, мәсет бит Таймаҫ ауылыныҡы ғына түгел, ул Аллаһ йорто. Үтеп барыусы мосолмандар кереп мәсеттә намаҙ уҡый ала. Икенсенән капиталь ремонтҡа сығымдар әҙ түгел: ҡыйыҡты тулыһынса алмаштырырға, өҫтәмә бина эшләргә, йылы иҙән түшәргә һәм башҡаһы. Ғөмүмән алғанда сығымдар 800-900 мең һум тирәһе, хаҡтар көн дә үҙгәреп тора. Өсөнсөнән, йәмәғәт, уйлап ҡараһаҡ, беҙ аҡсаларҙы ҡайҙа түгәбеҙ: тыуған көндәр, яңы йыл байрамдары үткәрәбеҙ. Кафе, ресторандарҙа юбилейҙарҙа хәмерле өҫтәлдәр әҙеҫрләйбеҙ. Һуңынан был ғонаһ өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында яуап бирергә тура киләсәк. Ә бына мәсеткә хәйер-саҙаҡа һалырға керһәк 500 һум һалырға күп күренә, шуға 100, 50 һум, йә тимер аҡсалар һалалар, улары ла һанаулы ғына кешеләр.
Донъя ҡыуыуҙы ҡарағыҙ: берәү машина алһа, икенсеһе унан яҡшыраҡ, ҡыйбатыраҡты, кредитҡа батып булһа ла алырға тырышабыҙ. Ауылда өй һала берәү, башҡаһы унан да мөһабат йорт һалырға тырыша...
Ә хәҙер исраф тураһында, зыяратты ҡарайыҡ, сит илдән мосолман килһә, һорау бирер ине, был мосолман зыяратымы, тип. Береһенән береһе ҡыйбатлыраҡ гранит таштар, унда фотолар, веноктар - күпме сығым, күпме исраф. Әгәр мәрхүмдәр ҡуптарылып сыға алһа әйтерҙәр ине: ни өсөн был тиклем аҡса сарыф итәһегеҙ, был аҡсаларҙы фәҡир, меҫкендәргә, йә Аллаһы юлында тотонһағыҙ, беҙгә лә, һеҙгә лә сауап булыр ине.
Исраф эшләйбеҙ, донъя ҡыуабыҙ, ә бер ваҡыт етә - әжәл ваҡыты. Ғүмер буйына йыйған байлыҡ тороп ҡала башҡаларға. Ә үҙебеҙ менән әхирәткә ғәмәлдәрҙе генә алып китәбеҙ, ниндәй юл менән ул байлыҡты таптыҡ һәм ҡайҙа сарыф иттек.
Йәнебеҙ тәнебеҙҙә булған ваҡытта күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға һәм ғонаһтарҙан тыйылырға тырышайыҡ. Бөтәһе өсөн дә Аллаһы Тәғәлә тәүфиғ-һидиәт биреп, бәндәлек менән белеп, белмәй торған ғонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, йәннәттәре менән һөйөндөрһә ине, әмин.
Кемдәр мәсет иҫәбенә аҡса күсерергә теләй, мәсеттең карта номеры - 2202200701503854, беркетелгән телефоны 89874885008, Шәмсетдинов Фәрғәт Өлфәт улы. Һорауҙарығыҙ булһа шылтыратығыҙ.
Фәрғәт ШӘМСЕТДИНОВ, Яңы Таймаҫ ауылы "Исмәғил" мәсете имам-хатибы

Автор:
Читайте нас: