Все новости
Иман
23 Мая , 08:58

“Ҡыҙҙарыма рәхмәтлемен”

- Белем алам тип һәр йәкшәмбе уҡырға йөрөгән ҡыҙҙарыма шул хәтле рәхмәтлемен.

“Ҡыҙҙарыма рәхмәтлемен”
“Ҡыҙҙарыма рәхмәтлемен”

Ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, бар ниәттәре тормошҡа ашып, бәхетле, сәләмәт булып үҫһендәр. Ҡыҙҙарыбыҙ менән "һуңғы ҡыңғырау" үткәреп, уҡыуҙарыбыҙҙы туҡтатып, йәйге каникулға туҡтаныҡ. Мәсетебеҙ исеменән ҡыҙҙарыбыҙға иҫтәлекле бүләктәр, тәмлекәстәр тапшырылды. Дини тәрбиә биреү дәрестәре сентябрь айҙарында үҙ эшен дауам итәсәк ин шә Аллаһ. Йыл буйына балаларыбыҙға Ҡөрьән уҡыу һәм ятлау, ғәрәп хәрефтәрен, тәжвид ҡағиҙәләрен, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд с.ғ.с тураһында, хәҙистәр, әҙәп, әхләҡ тураһында дәрестәр үткәрелде. Ошо ҡыҙҙарымдың ата-әсәләренә беҙгә ышаныс белдереп мәсеткә уҡырға ебәреүҙәре өсөн ҙур рәхмәт, - ти мөғәлимә Тәнзилә Бикмаева.

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: