Көн торошо ла матур ине. Барыһы ла тырышып эшләне, иман йортобоҙ тирә-яғы күҙҙең яуын алырҙай тағы ла күркәмләнеп китте. Был изге эштә ҡатнашҡан мөслимәләр етәксеһе Фирҙәүес Садиҡ ҡыҙына, һәм өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ҡыҙҙарға ла ҙур рәхмәт.
Буяуҙарға тип, битараф булмаған ҡәрҙәштәрҙән, 15300 һум аҡса мәсет фондына төштө, 12000 һумға буяу һәм грунтовка, кисточкалар, уайтспирит һатып алынды. Бөгөнгө көндә иманыбыҙ йорто тирә-яғын тәртипкә килтереүгә тип аҡса йыйыу туҡтатылды. Был изге эштә ситтә ҡалмаған һәр ҡайһыбыҙға Аллаһы Тәғәләнең әжер сауаптарына ирешергә насип булһын. Ҡылған изгелекле ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын. Аллаһыбыҙ белеп һәм белмәйсә ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен. Һәр көн һәр беребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, сабырлыҡ алып килһен.
Фарход АҘНАБАЕВ, Яҡшымбәт ауылы имам-хатибы.