Все новости
Иман
14 Июня , 13:17

Иманлы булып үҫһен балалар

Яҡшымбәт мәктәбенең “Ҡояшлы утрау" лагерында ял итеүсе балалар Ҡорбан байрамы алдынан Аҡ мәсеткә барҙылар.

Иманлы булып үҫһен балалар
Иманлы булып үҫһен балалар

Фирҙәүес Садиҡ ҡыҙы менән Фәрхәт хәҙрәт балаларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар, уларға мәсеткә йөрөү әҙәбе, Ҡорбан байрамы хаҡында һөйләнеләр. Ял итеүселәр, вәғәз тыңлағас, йүгереп йөрөп мәсет эргәһендә яңыраҡ ултыртылған ҡарағай үҫентеләренә һыу һиптеләр. Балалар изге йома көнө үҙҙәренә бик күп һауаптар алды, рәхмәт һүҙҙәре ишетте.
Иманлы, тәүфиҡлы, изгелекле булып үҫһендәр балалар.

Автор:
Читайте нас: