Нурия апай Хәлилованың
Хаж сәфәре тураһында яҙған инек. Ниһайәт, ул, изге юлдарҙа йөрөп, ҡайтып та төштө. Һәм беҙгә килде.
- Башҡортостандан биш кеше барҙыҡ. Ай, балалар, ундағы күргән, кисергәнде бер тынала һөйләп бөтөп буламы? Бик шәп булды сәфәребеҙ, уларҙың барыһын гәзиткә яҙырмын, - тип вәғәҙәләне апайыбыҙ.
Буш ҡул килмәгән, ҡулында зәм-зәм һыуы.
«Зәмзәмде ни маҡсат менән эсһәң, шул булыр», — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи вә сәлләм. «Сарсауҙан эсһәң — һыуһының ҡандырыр, зиһен һораһаң — зиһен, йән һәм тән сәләмәтлеге һораһаң — сәләмәтлек бирер, яҡлау һораһаң — яҡлаулы булырһың. Быларҙың барыһы ла — Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте».
Изге һыуҙы эскәндә, үҙебеҙҙән теләктәр теләнек, илгә тыныслыҡ ҡайтыуын, тимәк, яуҙағы егеттәрҙең ҡайтыуын һораныҡ. Бала ҡайғыларын күрһәтмәүен үтендек. Нурия апай аҙаҡтан доға ҡылды, уның да теләге күңелгә бик хуш килде:
- Ошонда эшләгән һәммә кешегә (мин үҙем дә бәләкәйҙән гәзиттә эшләйем тип хыялландым) ҡөҙрәт бир, һаулыҡтан айырма, күп итеп эш хаҡын түләһендәр, абруйҙары артһын...
Амин, апай, шулай була күрһен.