Все новости
Иман
25 Июля , 11:13

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы

Төйлөгән ҡасабаһында мәсет асылды.

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы
2021 йылда һалына башлаған мәсетте быйыл төҙөп тә бөткәндәр. Мәсет мөһабәт килеп сыҡҡан, манараһының бейеклеге - 23 метр.
Был мәсет ҡаҙаҡ халҡының данлыҡлы ҡыҙҙары Әлиә Молдағолованың яҡты иҫтәлегенә тип һалынған. Әлиә һуғышта снайпер булған, Советтар Союзы геройы. 
Ырымбур өлкәһе өсөн генә түгел, барлыҡ мосолман донъяһы өсөн ҙур ваҡиға булды был. Ырымбур губернаторы  Денис Паслер, юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты был күркәм сарала. 
Беҙҙең райондан да булдылар. Кем? Билдәле, үҙен был тарафтарҙа бик яҡшы белгән кешеләре - Әхәт Ҡотлоәхмәтов. 
Әхәт Йәүҙәт улының әйткәндәре иртәгә гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: