Все новости
Иман
15 Сентября , 11:04

Ҡулға-ҡул тотоношоп...

4 сентябрҙә ҡалабыҙ тарихында тәүге тапҡыр бигерәк тә мәртәбәле сара үткәрелде.

Ҡулға-ҡул тотоношоп...
Ҡулға-ҡул тотоношоп...

Башҡортостандың Диниә назаратының мөфтөйө Айнур Бирғәлин, Ахун, Күгәрсен районының имам-мөхтәсибе Рәсүл Янбаев, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Федоровка райондары һәм башҡа тарафтарҙан килгән имамдар, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында ҡалабыҙҙың “Ял” кафеһында ҙур йыйын булды.
Мөфтөй Айнур Бирғәлин үҙенең сығышында Республика Башлығын һайлауҙа активлыҡ күрһәтеү, ойоштороу эштәре, ислам һәм террор, Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә бөгөнгө көндә 700-гә яҡын шәкерт уҡыуы, ундағы уҡытыусыларҙың белем кимәленең Әл-Әсхәр мәҙрәсәһенән ҡалышмауы, “Әр-Рахим” мәсетен төҙөү, киләсәккә пландар, Диниә назаратының съезы буласағы, Өфөләге мосолман мәктәбе һәм башҡа бик күп динебеҙҙе үҫтереү, популярлаштырыу йәһәтенән эшләнгән эштәр тураһында һөйләп ҡыуандарҙы. Ул үҙенең сығышында беҙҙең ҡала, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Айнур Ҡәҙимовтың шундай йылдам аҙымдар менән алға барып, бөтә кешеләргә өлгө булырлыҡ эш алып барыуы тураһында һөйләне. Уның айырыуса беҙҙең Дини-мәҙәни үҙәктең эше менән ҡәнәғәт булыуы һәм киләсәктә был уҡыу йортоноң ҡалабыҙ һәм районыбыҙ халҡы өсөн генә түгел, ә бөтә тирә-яҡҡа ла төрлө яҡлап хаҡ динебеҙҙе таратыуҙа юл ярыусы буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды, Аллаһҡа шөкөр!

Нурия ХӘЛИЛОВА, Дини-мәҙәни үҙәктең етәксеһе, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөслимәләренең рәйесе

Нурия апайҙың оҙон хаты тулы вариантта гәзиттә бирелде. 

Автор:
Читайте нас: