“Ислам динендә әсәйҙәрҙең роле” тип аталған был йыйынға Күмертау ҡалаһынан, Ермолаево, Мораптал ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар килделәр. Сәғәт 10-да башланған сараның өйлә намаҙына тиклем барыуына ҡарамаҫтан, бер кем дә арыманы, ялыҡманы, сөнки Рәйфә, Миңнур апалар сығыш яһағандан һуң уҡыусыларҙың һәр береһе төрлө дәлилдәр, хәҙистәр, Ҡөрәндән аяттар килтереп, ғилем һәм тәрбиә биреү яғынан шундай тәрән мәғәнәле, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтерлек итеп сығыш яһанылар. Бигерәк тә уҡыусыларҙың үҙҙәренең әсәй-өләсәйҙәр, боронғоларҙың шундай ауыр замандарҙа йәшәүгә ҡарамаҫтан, балаларына дөрөҫ әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙе һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйыуы, ҡайҙа ғына булмаһын, ғәүрәттәрен ҡаплап, оҙон еңле, киң итәкле күлдәк кейеп, баштарына яулыҡ ябынып йөрөүе, биҙәнмәй, ирҙәрен тыңлап, хөрмәт итеп, ғаилә усағын һүндермәй йәшәүҙәре, сыҙам булыуҙары тураһында шундай ялҡынланып һөйләгәндәрен күҙ йәштәрһеҙ тыңлап булманы.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Дини-мәҙәни үҙәктең етәксеһе.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.