Башҡортса-татарсаға ауҙарһаң, "Исламдағы изге ҡатын-ҡыҙ" кеүек яңғырай исеме. Райондан, ҡаланан, хатта башҡа тарафтарҙан байтаҡ ҡына диндарҙан йыйылғайны, диндә ҡыҙ затының роле ниндәй тигән теманы асырға тырыштылар. Беҙҙеңсә, диндә генә түгел, ҡәҙимге тормошта ла бөтәһе тиерлек ҡатын-ҡыҙға бәйләнгән. Ҡатындар шәп икән, тимәк, ирҙәр ҙә шәп. Йәки, киреһенсә, ирҙәр шәп икән, тимәк, уның ҡатыны үтә ныҡ шәптер.
Һөйөү йыры яҙҙан башланһа ла,
Йыл ғүмере ҡыштан ярала бит.
Йыл бишектә йоҡлай. Шул миҙгелдә
Иң матур өн төштән ярала бит.
Ер йөҙөнөң аҡлығына ҡарап,
Ултыр ҙа бер ила сараһыҙҙан.
Бында гөнаһ та саф. Шул сафлыҡтың
Бөтәһе лә, тимен ҡатын-ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...
Ағып үтте иҫәр ҡар һыуҙары.
Ағастарҙың иләҫ һуты тиртә.
(Тәбиғәттең иң һиммәтле сағы!) –
Тупраҡ ҡарынында орлоҡ бүртә.
Офоҡтарҙан офоҡтарға тиклем
Моңдан юлдар һыҙып, ҡоштар уҙған.
Был йыһандың ярһып яңғырауы,
Моғайын да, тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...
Ил өҫтөнән уҙҙы туҡ болоттар,
Сабыр өмөт тулыша башаҡтарҙа.
Алма алһыулана. Гүйә, ерҙе
Татлы тулғак тота шул саҡтарҙа.
Сик-сама юк икән игелеккә -
Балдар тама төнөн ай-йондоҙҙан.
Был донъяла күпме бәрәкәт бар -
Бөтәһе лә, тимен, ҡатын- ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...
Үтә күренә һыуҙар, елдәр, йылдар.
Мең төрлө төҫ балкый һары төҫтән.
Зиһен етмәҫ ниндәй мөғжизә был?-
Күк төбөнә ана ысыҡ төшкән.
Әүәлгесә инде ҡыҫыр көйөк
Ыҙаламай йәнде- дауаһыҙҙан.
Күңел күҙе көҙ асыла икән,
Быныһы ла тимен, ҡатын-ҡыҙҙан.
Ҡатын-ҡыҙҙан...
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ.