Яңы ғына башҡарҙы егеттәр был һауаплы эште,
беҙҙә видеоһы булды, бөгөн был хаҡта Рәжәп хәҙрәттең хаты ла гәзиттә баҫылды.
Уңарсы булмай, Яманғолдан әле генә йәнә бер яҡшы хәбәр алдыҡ: бөгөн бында, яңырып киткән мәсеттә, беренсе йома намаҙын уҡығандар.
Минзәлә апай, ҡыуанып, яҙа был хаҡта. Кемдең ярҙамы тейгән, барыһына ҙур рәхмәттәр әйтә.