Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Февраль , 13:13

Мәсет музей булмаһын

Ҡотлоюл ауылында күптән көтөлгән ваҡиға булды.

Мәсет музей булмаһын
Мәсет музей булмаһын
Мәсет асылды. Был хаҡта беҙ, мәсеткә нигеҙ һалынғандан бирле, яҙа киләбеҙ, үткән һанда ошо мәсетте төҙөткән Мәрүеәр апайҙың рәхмәт хаты ла баҫылды. 
...Ҡотлоюлдар урамға һыйманы. Мәсеттең асылыуы - ғүмерҙә бер була торған мөһим ваҡиға, уға бөтәһенең дә шаһит булғыһы, шатлыҡты бергә уртаҡлашаһы килде.
Район башлығы урынбаҫары Урал Ибраһимов, үҙе ошо ауыл егете, Юлай Ильясов исеменән ауылдаштарын сәләмләне. Район Советы рәйесе Дамир Байгилдин, был буш ҡул килгән икән тимәһендәр тип, нимә кәрәк, шуны һорағыҙ, тине. Ә бүләктәр, ысынлап та, күп ине. Быларынан тыш, ҡотлоюлдар аҡса ла йыйған икән, уны Мәреүәр апай менән Филсун ағайға тапшырҙылар. Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов, ҡала-район имам-мөхтәсибе, грамоталар таратты - кем мәсет эшендә ярҙам ҡылған, шуларға. 
- Һуғышҡа үҙ аяҡтары менән сығып киткән егеттәр барыһы ла, шулай уҡ, үҙ аяҡтарында ҡайтһын, - "Светлана-Мәрйәм" мәсетен асып, табын артында ултырғас, ошо ниәт ҡабул булһын тип, доғалар ҡылынды.
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: