Рамаҙан айы кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, ялғандан хәҡиҡәтте айыра торған дәлилдәр менән Ҡөръән индерелә башлаған айҙыр.
Шуға күрә, ошо айға килеп ирешкәндәр ураҙа тотһон. Сирле булғандар йәки сәфәрҙәгеләр (тотолмаған көндәрен һунынан) башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ теләмәй. Һанаулы (ураҙа) көндәрен тамам итеп, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн, Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ".
Ҡөрьән, "Һыйыр" сүрәһе, 185-се аят.
1 март көндө изге Рамаҙан айы башланасаҡ. Берәүҙәрҙең был мөбәрәк айға әҙерләнеүе аҙыҡ-түлек һатып алып ҡуйыуҙан, ифтарға нимә бешерергә икән, тип, баш вата башлауҙан ғибәрәт. Ни ҡыҙғаныс, бындайҙар рамаҙанда ураҙа тотоуҙың ысын мәғәнәһе хаҡында белеп етмәй. Бүтәндәр иһә был хаҡта белә, шуға күрә улар рамаҙанға әҙерлекте шәғбән айынан уҡ башлай, ә ҡайһы берәүҙәр хатта иртәрәк тә.
Рамаҙан айына әҙерләнеү юлдарының иң яҡшыларын ҡарап үтәйек әле.
1. Ихлас күңелдән тәүбә итеү
Тәүбә итеү һәр ҡасан да мотлаҡ. Тик бөйөк һәм бәрәкәтле ай етеп килеү сәбәпле, Раббыңа ҡарата, шулай уҡ, башҡа кешеләргә ҡарата ҡылынған гонаһтарыңа тәүбә итеүҙе ашыҡтырыу бигерәк тә мөһим. Шулай иткәндә изге айҙа үҙебеҙҙе ғибәҙәткә саф йөрәк һәм тыныс күңел менән бағышлай алырбыҙ.
2. Доға ҡылыу
Хәбәр ителеүенсә, ҡайһы бер сәләфтәребеҙ алты ай дауамында Аллаһтан рамаҙанға тиклем йәшәү мөмкинселеген һорап доға ҡылыр булған. Аҙаҡ, рамаҙандан һуң, биш ай буйына улар Аллаһтан ураҙаның ҡабул булыуын һораған.
Мосолман Аллаһтан рамаҙан айына көслө иман, яҡшы сәләмәтлек менән инергә, айҙы Уға буйһоноп ҡына үткәрергә ярҙам итеүен һорарға тейеш.
3. Бәрәкәтле айҙың яҡынлашып килеүенә ҡарата ҡыуаныс белдереү
«Әйт: “Был – Аллаһтың йомартлығы һәм мәрхәмәте”. Улар быға ҡыуанһын әйҙә, сөнки был улар туплаған (байлыҡтан) хәйерлерәк», – ти Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә («Юныс» сүрәһе, 10:58).
4. Тотолмай ҡалған ураҙаны ҡаза ҡылыу
Ғәйшәнән (Аллаһ унан риза булһын) шундай һүҙҙәр еткерелә: «Мин үткән рамаҙан өсөн ураҙа тотоп ҡуйырға тейеш инем, һәм шәғбәндә генә уны ҡаза ҡылып ҡуйырға мөмкинселегем булды» (әл-Бохари, Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Хафиз Ибн Хәжәр (Аллаһ уға рәхимле булһын), был хәҙискә аңлатма биреп, шулай тигән: «Ғәйшәнең шәғбәндә ураҙаһын ҡаза ҡылып ҡуйырға ынтылыуынан киләһе рамаҙанға тиклем ураҙаның ҡалған көндәрен тотоп ҡуйыуҙы ҡалдырырға ярамай, тигән хөкөм сыға» («Фәтх әл-Бәри»).
5. Рамаҙан айы ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәү һәм рамаҙандың яҡшылыҡтарын аңлау өсөн белемеңде тулыландырыу.
6. Рамаҙан айында нимә беҙҙе ғибәҙәт ҡылыуҙан ситкә әүрәтәсәк, шул эштәрҙе тамамлап ҡуйырға ашығыу.
7. Ғаилә ағзалары менән ултырып, ураҙа ҡағиҙәләре хаҡында һөйләшеү. Балаларҙы ла ураҙаға дәртләндереү.
8. Рамаҙан айында уҡыр өсөн дини китаптар әҙерләп ҡуйыу.
Уларҙы өйҙә үҙеңә уҡырға йәки мәсеткә килгән кешеләргә уҡыһын өсөн имамға бирергә мөмкин.
9. Рамаҙан ураҙаһына әҙер булыу өсөн шәғбәндең ҡайһы бер көндәрендә ураҙа тотоу.
Үсәмә ибн Зәйт (Аллаһ унан риза булһын) былай тигән: «Эй Аллаһ рәсүле, һин шәғбәндә шул тиклем күп ураҙа тотаһың, башҡа айҙарҙа ла шунса ураҙа тотоуыңды күргәнем булманы». Пәйғәмбәр ﷺ уға шулай тип яуап биргән: «Рәжәп менән рамаҙан араһындағы был айҙы кешеләр иҫәпкә алмай. Ләкин был айҙа кешеләрҙең ғәмәлдәре Ғаләмдәр Раббыһына күтәрелә. Һәм мин эштәремдең мин ураҙа тотҡан саҡта күтәрелеүен теләр инем» (ән-Нәсәи хәҙистәр йыйынтығынан, яҡшы хәҙис).
Был хәҙис шәғбәндәге ураҙаның хикмәтен аңлата. Ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре икенсе бер сәбәпте лә билдәләп киткән: шәғбәндәге ураҙа фарыз намаҙҙар алдынан уҡыла торған сөннәт намаҙҙарға оҡшаш. Улар кешенең күңелен фарыз ғәмәлде үтәүгә әҙерләй. Ошоно уҡ рамаҙан алдынан шәғбәндә тотолған ураҙа хаҡында ла әйтергә мөмкин. Йәғни, шәғбәндәге ураҙа кешене рамаҙандағы ураҙаға әҙерләй.
10. Ҡөрьән уҡыу.
Сәләфтәребеҙҙән берәү: «Шәғбән – Ҡөрьән уҡыусылар айы, тип әйтелгән ине», – тигән.
Шәғбән башланғас, Ғәмер ибн әл-Ҡайс үҙенең кибетен ябып, ваҡытын Ҡөрьән уҡыуға бағышлар булған.
«Рәжәп айы – сәсеү айы, шәғбән – шытымдарға һыу һибеү айы, ә рамаҙан –уңышты йыйыу айы», – тигән Әбү Бәкер әл-Бәлхи. Уның киләһе һүҙҙәре лә еткерелә: «Рәжәп айы – елдең сығыуына, шәғбән –болоттар ҡуйырыуына, рамаҙан ямғыр яуыуына тиң. Кем рәжәптә сәсмәй һәм ултыртмай, шәғбәндә һыу һипмәй, нисек ул рамаҙанда уңыш йыя алһын?..».