Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Март , 07:57

Күберәк изгелектәр эшләйек

Фарход АҘНАБАЕВ, Яҡшымбәт ауылы имам-хатибы:

Күберәк изгелектәр эшләйек
Күберәк изгелектәр эшләйек

- Бөтә мосолман ҡәрҙәштәрҙе изге Рамаҙан айы башланыуы менән ҡотлайым. Ураҙаларҙы хәйерле итеп тотоп сауаптарға ирешергә насип булһын. Рамаҙан айы Аллаһы Тәғәләнең бөйөк бер ниғмәте. Рамаҙан айының ураҙаһын бөтә һау, таҙа аҡыллы, камил мосолмандар өсөн тотоу фарыз. Әле аслыҡ заманы түгел барлыҡ, муллыҡ бит инде. Ошо муллыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә Рамаҙан айы. Ураҙа тотҡан әҙәм балаһының күңеле йомшара ул мохтаждарға, сирлеләргә, ауырыуҙарға ҡарата ихтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк була. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә лә өйрәнә. Аллаһы Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә башлай. “Бәндәнең һәр бер ғәмәле үҙе өсөн. Ураҙа – минең өсөн һәм уның әжер-сауабын үҙем генә белеп бирәм”, - тигән Аллаһы Тәғәлә. Рамаҙан айында кешеләргә ҡулланыу өсөн һәм тура юлда аңлатыу, һәм дөрөҫлөк менән ялған юлды айырыу өсөн Ҡөръән аяттыры индерә башланылған ай. Әлһәмдүлилләһ беҙҙең Аҡ мәсетебеҙ Рамаҙан айын ҡаршы алырға әҙер көтөп торабыҙ, сәғәтләп, минутлап Ин шаа-Ллах. Мәсетебеҙ йылы, яҡты, бөтә мөмкинселектәр бар, ғилем алырлыҡ дини китаптар ҙа етәрлек әлһәмдүлилләһ. Был айҙа ла ҡатын-ҡыҙҙар, ир - егеттәр, балалар өсөн уҡыҙарҙы дауам итәсәкбеҙ. Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр беребеҙгә сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип итһен. Аллаһы Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен бирһен, бәрәкәте насип булһын, доғаларыбыҙҙы яуап ялһын?. Күберәк изгелектәр эшләйек, яҡшы эштәрҙе башҡарырға насип булһын, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелекте күрһәтәйек. Тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртәйек Ин шаа-Ллах. Етеп килгән Рамаҙан айын Ин шаа-Ллах лайыҡлы ҡаршылайыҡ, хөрмәтле, мосолман ҡәрҙәштәр.

Автор:
Читайте нас