Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Март , 08:01

Киләсәк быуын өсөн үрнәк булайыҡ

Илдар УСМАНОВ, Абдул ауылы имам-хатибы:

Киләсәк быуын өсөн үрнәк булайыҡ
Киләсәк быуын өсөн үрнәк булайыҡ

- Изге Ураҙа айы ла килеп етте. Ер шарының һәр бер ерендә үҙен мосолман тип иҫәпләгән, һаулығы яҡшы булған кеше ҡояш сыҡҡандан алып байығанға тиклем ашау-эсеү, насар ғәҙәттәрҙән тыйылып тора.
Ураҙаны беҙ Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыу һәм сауаптарға ирешеү өсөн тотабыҙ. Шундай ниәт менән тотмаһаң, ураҙа буш асығыуға тороп ҡала. Рамаҙан айын имен-һау, ураҙалар тотоп, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә һәм сауаптарға ирешергә яҙһын, сәләмәтлек бирһен.
Беҙҙең ауылыбыҙ мәсете лә кешеләрҙән өҙөлмәй. Ололар, балалар өсөн дәрестәр үткәрәбеҙ. Халҡыбыҙ элек-электән иманлы булған, намаҙ уҡыған. Бөгөн беҙ ҙә иманда булып, киләсәк быуыныбыҙ өсөн үрнәк булырға тейешбеҙ. Динебеҙҙе ихтирам итеп, мосолман булып ҡалырға булһын.

Автор:
Читайте нас