- Рамаҙан айы – ул динебеҙҙең төп бер терəге булған фарыз ураҙаны үтəргə билдəлəнгəн ваҡыт һəм Аллаһы Тәғәләнең иң бөйөк ниғмəттəренең береһе. Был ай – ураҙа тотоу, Ҡөрьəн, нəфел намаҙҙар уҡыу, хəйер-саҙаҡалар таратыу айы. Йыл һайын беҙ изгеләрҙән-изге, мең айҙан да хәйерлерәк булған Рамаҙан айын һағынып көтөп алабыҙ. Ошо ураҙаны ла иҫән-һау тоторға сабырлыҡтар, еңеллектәр бирһен, сауаптарын насип итһен ине Аллаһы Тәғәлә. Мосолман ҡәрҙәштәргә иҫәнлек, һаулыҡ, тәүфиҡ теләйем. Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә иман байлығы бирһен.
Әлһәмдүлилләһ, ауылыбыҙ халҡы мәсетебеҙгә йөрөп тора. Йәй көнө ойошторған лагерға 45-кә яҡын бала йөрөнө.
Әлһәмдүлилләһ, ауылыбыҙ мәсете тәрәүих намаҙы, ифтар ваҡыттарында тулып тора. Һәммәһенә мәсетебеҙҙең ишектәре көнөн-төнөн асыҡ. Ауылдаштарыбыҙҙы мәсетебеҙгә, ифтарҙарға саҡырып ҡалабыҙ. Әле Рамаҙан айын ҡаршыларға йыйынабыҙ. Иман йортобоҙҙоң эсе лә хәҙер бик матур. Тәҙрәләргә ҡормалар элеп, балаҫ алып түшәргә ниәтләйбеҙ. Хәҙер мәсетебеҙ тағы ла яҡтырып, матурланып китте. Апай-еңгәләр, ауылдаштар иман йортобоҙҙо матурларға тырышалар, саҙаҡа йыйыялар. Уларҙың ярҙамы менән мәсетебеҙ төҙөкләндерелде. Уларға мең рәхмәт.