Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Март , 14:48

Тамһын, әйҙә, йәштәрем...

8 март көнө Абдул ауылына, килен булып төшкән ауылыма ҡайтып, балаларым, балаларымдың хәләл ефеттәре, ҡоҙа  - ҡоҙағыйҙарым,  ауылдаштарым менән Ифтар үткәреп ҡайттыҡ.

Тамһын, әйҙә, йәштәрем...
Тамһын, әйҙә, йәштәрем...

Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһен.  Күңелдәргә рәхәт булып ҡалды. Яратам мин Абдул мәсетен. Унда шундай рәхәт, тыныс. Ябай ғына мәсет, иҫке зданиены ҡулайлаштырып алған мәсетебеҙ, шул хәтлем күңелдәргә яҡын һин ...

2011 йыл - минең иң ҡайғылы йылым! Ҡайғылы - тормош иптәшем мәрхүм булды. Ике йылдан ҡыуаныслы мәлем булды- ауылда мәсет асылды ... Ниндәй эштәр эшләнгәне, кемдәр ярҙам иткәнен, кемдар аяҡ салғанын яҙып тормайым. Аллаһы Тәғәлә барыһын да белә, күрә,  Ин Шааа Аллаһы. Ул ваҡытта Күмертауҙа һәм Ермолаевола ғына мәсеттәр эшләй ине. Көйөргәҙе районы ауылдары араһында  беренселәрҙән булып Абдул ауылында мәсет булдырылды, эшләй башланы. Илдар Усманов мырҙа имам итеп халыҡ менән  һайлап ҡуйылды. Иң беренсе Аҙан тауышы- әле булһа күңелдә,  хәтерҙә, күҙҙәрҙән супырлап йәш тама, ҡыуаныс йәштәре бит улар, әйҙә тамһын  - иҫтә ... Ҡатын ҡыҙҙарҙы йыйып, дини белем биреү  ойоштородо, уҡытыусы Әнисә апайҙы Күмертауҙан барып алалар, алып барып ҡуялар. Иң ҡыуаныслыһы: 5 тапҡыр аҙан тауышы яңғырай, ир - аттар мәсеткә бара, намаҙ уҡый, ҡыуанып илап, тәҙрәнән ҡарап ҡала инем, иманлы, бәхетле тормош башланды, Аллаға шөкөр.  Илдар мырҙа - хәҙрәт, уның ярҙамсылары  бик ихлас  Ислам динен күтәреүселәр ине Абдул ауылында. Аяҡ салыусылар ҙа булды, ләкин аяҡтары ҡыҫҡа булды,  Раббым ярҙамы менән. Мин рәхмәтлемен ошо мәсетебеҙ булғанына Аллаһы Тәғәләмә һәм уға хеҙмәт иткән ауылдаштарыма.  Мәсеттең ишеге һәр ваҡыт асыҡ, әллә ниндәй йыһазлы таштарҙан  булмаһа ла, үҙенә арбап, саҡырып тора.  Ислам  - еңел дин. Кешенең хәленән килгәнде генә бойора.  Ислам кемдеңдер сығышын, телен, тиреһенең төҫөн өҫтөнлөк сәбәбе итеп күрмәй. Тимәк, Хөкөм  алдында барыһы ла бер тигеҙ. Йәмғиәттә ниндәй генә урын биләмәһен, берәү ҙә өҫтөнлөк  хоҡуғына эйә түгел. Хаж  -- Исламда барыһы ла бер тигеҙ  икәнлеген күркәм рәүештә күрһәтеп тора. Хаж ваҡытында миллионлаған кеше, аҡ ихрам кейеп, иңгә- иң терәп, бер ниндәй айырмаһыҙ һәм өҫтөнлөклһөҙ ғибәҙәт ҡыла, Ин Шаа Аллаһы. Тәүбәләр итеп, бер – беребеҙгә ярҙам итеп, Ислам динен күтәреүселәргә ярҙам итеп, дине белемле кешеләрҙән белем алып, бөтә Ислам  ҡанундарын үтәп йәшәргә тырышайык . Абдул мәсетенда лә ҡатын - ҡыҙҙарға , балаларға дини белем биреүҙе дауам итәләр, Аллаға шөкөр. Ҡасан ҡайтып төшмә, ихлас ҡаршы алалар, ҡайғылы ваҡытта ярҙам итәләр, бигерәк тә әреүахтарҙы  икенсе яҡтарҙан алып ҡайтып мәңгелек донъяға урынлаштырғанда , яҙып та, һүҙ менән дә еткереп булмай рәхмәт һүҙҙәрен. Динебеҙ сығанағы һәм нигеҙе булған Бөйөк Ҡөръән китабынын сүрәләрен уҡый алыуыбыҙҙа мәсеттән башлана, Ин Шааа Аллаһы. Мәрхүмә Рәйсә апайыбыҙҙың Ҡөръән китабын ғәрәп телендә уҡый алыуына ҡыуанып, Әнисә апайға, Илдар мырҙаға рәхмәтле булып илап ултырғаны хәтерҙә, йә Раббым барыһы өсөн дә рәхмәт. Дини белем алайыҡ, мәсеттәрҙә, коллеждарҙа, институттарҙа уҡыталар, Ислам динен өйрәнәйек, Хәҙрәттәребеҙҙе, уҡытыусы- остаздарыбыҙҙы хөрмәт итеүселәрҙән булайыҡ.

Флүзә Ниғмәтуллина.

Автор:
Читайте нас