Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәрем!
Бәрәкәтле Рамаҙан айы атлап түгел, йүгереп китеп бара тыуған еребеҙҙән, ошо ҙур ихтирамға лайыҡ булған айҙа, мосолмандарҙың күпләп мәсеткә тупланыуы, бик ыңғай күренеш Ислам динендә.
Ошо ниғматле айҙың бер Ифтарын, тыуған ауылым Үрге Бабала үткәрганебеҙгә бик ҡыуанып ҡайттыҡ, бәләкәй генә бер ауылымдың халҡы күбеһе мәсеттә, төнгө намаҙға йыйылғайны!
Ауылдаштарының бергә йыйылышып мәсеткә килеүен теләгәндер ошо ауылдың имам- хатибы Әхтәм ағай Кинйәғолов, мәсеткә нигеҙ башлар алдынан 2022 йылда!
Тирә-яҡ ауылдарҙан, ошо "Нур" мәсетенә киләләр, ти ағай, хатта Никитин ауылынан килеп уҡыусылар бар.
Ағайҙың тормош иптәше Рима хәжиә еңгәбеҙ дини уҡыуҙарға өйрәтеүсе, ауылдан балалар, ҡатын- ҡыҙҙар, барыһын дә уҡыта ул Рима еңгәбеҙ. Хатта өйҙәрена барып дәрестәр ҙә бирә.
Бындай ғәмәлдәр Рамаҙан айында ғына түгел, һәр саҡ дауам итә, Баба ауылында.
Әхтәм ағай менән Рима хәжиә еңгәбеҙгә киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ, ҙур- ҙур мәсеттәрҙә лә бындай йәнле осрашыуҙар бик һирәк.
Һеҙ ағай, еңгә, бик дөрөҫ юл һайлап киләсәккә ныҡлы белемле балалар ҡалдырып ҡына ҡалмайһығыҙ, һеҙ ныҡлы нигеҙ ҡалдыраһығыҙ, киләсәк быуын өсөн бик ныҡлы тәрбиә булыр был аҙым.
- Саҡ ҡына алдараҡ ошо Дини юлдар менән тәрбиәләһәк, бик күп кешене һаҡлап алып ҡалып булыр ине- ти ағайыбыҙ хафаланып.
Хәҙер ауылыбыҙҙа эскелек юҡ тиһәктә хата булмаҫ ти ул ҡыуанып!
Иншаллаһ! Баләкәй генә ауылда Ислам диненең сәскә атыүы ҙур күренеш.
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы