Беҙҙе Күмертауҙан Нурия Нурғәли ҡыҙы Хәлилова килеп уҡыта. Беҙ ҙә, 1 класс уҡыусылары, изге Рамаҙан айында күмәкләп ифтар ашы үткәрергә булдыҡ. Үҙебеҙҙә мәсет булмау сәбәпле, уны күрше Арыҫлан-Әмәкәс ауылында үткәрҙек. Мосолмандарҙа ифтарҙа табын әҙерләп, ураҙа тотоусыларҙы һыйлау ғәҙәте борондан килә. Был үҙе бер йәмле, йылы осрашыу, һауаплы ғәмәл. Үҙебеҙ ҙә әҙерләнеп барҙыҡ, Арыҫлан-Әмәкәс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла әҙерләнеп килгәндәр. Матур кисә үткәрҙек. “Ҡатын-ҡыҙ нескәлектәре” темаһына матур әңгәмә булды, Махсус хәрби операцияла йөрөгән һалдаттарға хаттар яҙып, өсмөйөштәргә һалып ебәрҙек. Илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доғалар уҡылды. Беҙҙең ифтарҙы матур сараға әйләндергән Нурия Хәлилова менән уның тормош иптәше Фәиз ағайға һәм ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәт.
Рамазан айы мөбәрәк, сауаптары насип булһын. Аллаһы тәғәлә барығыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ насип итһен! Донъяларыбыҙ тиҙерәк тынысланып, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Гөлсөм БАЙДӘҮЛӘТОВА, Кинйәбай ауылы