Миләушә, Гөлсиә апайҙар һәм Рәсимә ханым, Гөлнур бик бай табын әҙерләгәндәр, ҙур рәхмәт. Райондан хакимиәтенән, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лена ханым, мөслимәләр рәйесе Нурия ханым, Яҡшымбәттән Фарход хәҙрәт, Мөхитдин мырҙа, Фирҙәуес ханым килгәндәр ҡунаҡҡа. Сит илдә йәшәгән Яҡшымбәт ҡыҙы Фируза ханым беҙҙең масеткә ике Ҡөрьән китабы бүләк итеп ебәргән, уны Фарход хәҙрәт тапшырҙы. Лена ханым да буш килмәгән, беҙҙе мәсетле иткән Фильсон еҙнә менән Мәрүәр апайға грамота тапшырҙы. Моңло ҡөрьәндәр тыңлап, һығылып торған өҫтәл артында ҡунаҡ булдыҡ, мөслимә апайҙарҙың сығышы ла бик күркәм һәм фәһемле булды.
Зарима Боҫҡанова, Ҡотлоюл ауылы