Бөтә яңылыҡтар
Иман
24 Март , 07:50

Юғалған куртка

Ифтар бөткәс, бала кейемен таба алмай яфаланды.

Юғалған куртка
Юғалған куртка

Кеше күмәк йыйылған ерҙә йыш була торған хәл, кейем-һалым өйөлөп китә, үҙеңдекен табыуы, бала кешегә түгел, олоһона ауырға төшә. Йә яңғылыш кемеһелер кейә лә китә, бер үк магазиндарға йөрөйбөҙ, оҡшашты кейәбеҙ.

...Кисә Күмертауҙың дини-мәҙәни Үҙәге ифтарға байтаҡ халыҡты йыйҙы. Ифтарҙар изге айҙа көн дә була, әммә быныһы башҡаларынан айырылып торҙо – аҙмы-күмпе дан ҡаҙанғандарҙы саҡырҙылар.

-Эх, Олег Анатольевич, Юлай Талхович ҡына килә алманы, - тип уфтаныштылар, - Лира Рафаиловна ла бушай алмайым, бер нисә көн алдараҡ әйтһәгеҙ, мотлаҡ килер инем тине...

Уның ҡарауы башҡалары бар – урынбаҫарҙары, мәктәп директорҙары, ижтимағи ойошма етәкселәре... Диндә барыһы ла тигеҙ тиһәләр ҙә, улай түгел ахры, мәртәбәле ҡунаҡтарға, үҙҙәре килеп еткәнсе, түрҙәге урынды, башҡаларҙы ултыртмай, һаҡлап, көттөләр.

Шулай ҙа, иң мәртәбәле ҡунаҡ – беҙҙең яуҙан ҡайтҡан һалдаттар булды. Араларында яралылары ла бар. Ауыҙ асҡанға ҡәҙәр, һөйләшеү ойошторолдо, уныһы оҙаҡҡа һуҙылды, әммә йәмәғәт ялҡманы, темаһы бик актуаль – һуғыш. Ифтарға мосолмандар ғына түгел, православие динлеләр ҙә саҡырылған, ҡаланың «Белая река» ойошмаһы ҡыҙҙары, волонтерҙар. Һалдаттар араһында ла рус егеттәре бар. Аллаһ бер, бөтәбеҙ ҙә ике аяҡлы, ике ҡуллы әҙәм балалары, шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа бер иш, беҙгә ике көнлөк кенә был донъяла нимә бүлешергә, бергә йәшәргә кәрәк  - осрашыуҙың төп лейтмотивы ошо булды...

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: