Яҙҙар килде.
Боҙҙар аҡтарылды,
Һыуҙар ярһып ташты ярынан.
Сыйырсыҡтар һайрай, оя һайлай.
Ҡырҙар әрселделәр ҡарынын.
Гөр килә бар донъя!
Ығы- зығы бер кемде лә урап үтмәгән.
Бар тереклек йәшәргә ынтыла.
Тормош мәшәҡәте бөтмәгән...
Ер биҙәнә...шау сәскәле күлдәк,
Йөҙөн аса уйсан Еремдең.
Ләйсән ямғыр, бәлки, йыуып үтер,
Илде баҫҡан ҡайғы һөрөмөн.
Күпме уландарын үҙ ҡуйынына
Үкһеп илап, алды Ер-Әсә.
Ел-дауылдан көслө, үлемесле,
Һуғыш тоҡандырған ғәрәсәт.
Ерем күкрәгенә, әлдән-әле
Яра һала яуыз бәндәләр.
Нәпселәре ҡасан ҡаныр икән?
Ҡасан киләр улар тәүбәгә?
Ожмах кеүек ерҙең ҡуйынында,
Йәшәп булмай ниңә килешеп.
Илең менән илең яғалаша,
Алтын-көмөшөңдө бүлешеп.
Мәңгелек түгел бит кеше ғүмере.
Байлыҡтың да көнө - бер айлыҡ.
Тик ғүмерҙең генә хаҡы ҡиммәт.
Алыштырмай уны дан, байлыҡ.