Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Март , 10:32

Кишерһеҙ былау

Күмертау мәсетендә халыҡ күп.

Кишерһеҙ былау
Кишерһеҙ былау

Әммә Айнур хәҙрәт барыбер бының менән бик риза түгел.
- Ҡалала 25 мең башҡорт-татар йәшәй, ә бында, ҡарағыҙ, уның күпмеһе генә килгән? Дини Үҙәккә йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәргә ҡарағанда мәсеткә күберәк йөрөй. Беҙҙең халыҡ бик йыш нимә тип зарлана? Ауылдар бөтә, халыҡ бөтә, фәлән-төгән-фәсмәтән... Үҙенән һорайһың, һин намаҙ уҡыйһыңмы? Юҡ, ти. Ваҡыт юҡ, тағы нимәлер юҡ тип, сәбәп таба. Ваҡытты беҙгә Аллаһ бирә, башҡаһын да. Дин - кешене берләштерә, насарлыҡтан аяй. Ә беҙ уға ваҡыт таба алмайбыҙ...

Кеше беҙҙең турала нимә әйтер тип борсолабыҙ, кеше һүҙенә ҡарамай, Аллаһ беҙҙең турала нимә уйлар тип йәшәргә кәрәк. 
Банкрот булмайыҡ, банкротлыҡ - аҡсаһыҙ, йортһоҙ ҡалыуҙы аңлатмай, күңел банкротлығы тураһында әйтәм. 
...Бәләкәс бер малай, табын артына ултырғас, үҙенә урын таба алманы. Былауҙы, барып, үҙе һорап алды. Алып килде лә, йөҙө боҙолоп, ултыра бирҙе.
- Ни булды, Билал? 
- Мин кишерһеҙ һалығыҙ тигәйнем (бешкән кишерҙе ныҡ яратмайым), улар миңә итһеҙ итеп һалған да биргән...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: