Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Апрель , 12:23

Ит ҡурғандар, мунса ингәндәр

Күмертау ҡалаһы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияның 4-се синыф уҡыусыһы Билал Ғабдуллин каникул ваҡытында Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында булған.

Ит ҡурғандар, мунса ингәндәр
Ит ҡурғандар, мунса ингәндәр

Унда балалары менән бер төркөм мосолман йәштәре ялға барған.
Атта йөрөгәндәр, ҡояш сыҡҡанын һәм байығанын күҙәтер өсөн тауға күтәрелгәндәр, ит ҡурғандар, мунса ингәндәр. Хәтәр шәп ял булған.
Унда Билал ат менән дуҫлашҡан. Ана ниндәй яратып һыйпай ул аттың муйынын, моронон. Апаһы, Күмертау педагогия колледжы студенты Айһылыу, атҡа һыбай ултырған.

«Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы
Автор:
Читайте нас: