"Ҡаланың дини мәҙәни үҙәге ойошторған ислам дине буйынса өс йыллыҡ курстарҙы тамамлаусы мөслимәләр уҡыу тураһында таныҡлыҡ алды.
Ошо матур сарала Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лена Ғәббәсова ла ҡатнашты.
Дин һәм милләт ике ҡанат, бер йүнәлеш, бер ниәт ул. Иманлы кеше әҙәпле, мәҙәниәтле, белемле була, милләт, тел, рух һаҡсыһы ла ул. Дин әһелдәре менән Ҡоролтай бер юҫыҡта эшләһә, милләтебеҙҙең киләсәге лә өмөтлө булыр.
Бөгөн таныҡлыҡ алыусы мөслимәләрҙең күңелдәре нурлы, юлдары иманлы, ҡылған ғәмәлдәре изге булһын", - тиелә яҙмала.