Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Октябрь , 09:48

Ғайса хәҙрәт иҫтәлегенә

Күмертауҙың дини-мәҙәни үҙәгендә кисә тарихи ваҡиға булды.

Ғайса хәҙрәт иҫтәлегенә
Ғайса хәҙрәт иҫтәлегенә

Китапхана асылды. Шул да булған яңылыҡ тиер кемдер, бәлки, әммә бөгөнгө көндә, бөтөн ерҙә оптимизация барға ваҡытта, шул иҫәптән, китапханалар ябылған мәлдә ниндәй ҙә булһа яңы китапхана асылыуы үҙе мөғжизәгә тиң, ә быныһы инде...
Ғайса хәҙрәт Аҡсуринды ҡала халҡы яҡшы белергә тейеш. Ул Күмертау мәсетенә нигеҙ һалған кеше, ҡалала ислам дине таралыуға ҙур өлөш индергән шәхес. Ғ. Аҡсурин яҡты донъяларҙан китеп барһа ла, уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана һәм, моғайын, был дин әһелен онотмаҫтар ҙа инде.
Тап уның исемен йөрөтәсәк был китапхана. Әле китапхана кәштәләре китаптар менән шыплап тулмаған, әммә 40 мең һумлыҡ әсбаптар алып ҡайтылған да инде.
Китапхананы асыу тантанаһында беҙ ҙә булдыҡ. Яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Рима Арыҫланова, ҡала ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, М. Исҡужин исемендәге прогимназия директоры Лена Ғәббәсова, Айнур менән Фәнис хәҙрәттәр, китапхана мөдире тип тәғәйенләнгән Дәүләкән районы егете Вадим хәҙрәт, һуңлаңҡырап, район хакимиәте урынбаҫары (ИО тигәне хәҙер төшөп ҡалған) Данил Акилов та килеп ҡушылды. 
Китаптарҙы аҙ тиһәк тә, улар барыһы ла фәһемле, ҡыҙыҡлы. Бигерәк тә, балаларға тигәндәре бик шәп килеп сыҡҡан. Ололар уҡыһа ла ҡыйыш китмәҫ ине - динебеҙ тураһында ябай, аңлайышлы тел менән яҙылған, хәрефтәре эре, һүрәттәре лә бар.
Танатана бөтөп, улай-былай иткәс, табын артында, әлбиттә, донъяуи хәлдәр тураһында һүҙ сыҡты.
- Ауылдарҙы тергеҙергә кәрәк, тел бөтмәһен, дин бөтмәһен өсөн, - Нурия Хәлилова апай шулай тигән елле идеяһын белгертте. 
- Ҡуйығыҙ инде, бөтә ул ауыл барыбер... Күрмәйһегеҙме ни, мәктәптәрҙе аҡыртып ябалар, китапханалар менән дә шулай, халыҡ күпләп үлә, күсеп китә...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: