Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Февраль , 15:18

Ураҙа-2026: нимә ярай, нимә ярамай?

Бөгөн, ғөсөл ҡойоноп, ураҙа тота башларға ниәтләнеп ятабыҙ.

Ураҙа-2026: нимә ярай, нимә ярамай?
Ураҙа-2026: нимә ярай, нимә ярамай?

Быйылғы 2026 йылда Рамаҙан айы 19 февралдә башлана тип билдәләнде - был ураҙаның беренсе көнө. Тимәк, 18 февралдә ғөсөл ҡойоноп, ураҙа тота башларға ниәтләнеп ятабыҙ. Ураҙа 29 көн дауам итә, аҙаҡҡы көнө - 19 март. 20 мартта мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.
Ураҙа — мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө, тип һанала. Ул Рамаҙан айының тәүге көнөндә башлана һәм ай буйына дауам итә.
Яңы ай күренеүен барлыҡ мосолман донъяһы көтә, сөнки Рамаҙан ай урағы күренгән мәлдән башлана. Ураҙа тота башлау көнөнән иҫәпләп Ураҙа байрамын билдәләйҙәр. Быйыл ул 20 март көнөнә тура килә.
Ураҙаға ниәт ҡылыу тәртибе.
Сәхәр ашағандан һуң. Ураҙа ниәте әйтелә: Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамаҙаанә минәл-фәжри иләл-мәғрәби хаалисал-лилләәһи тәғәәләә. Аллаһу әкбәр.
Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ниәт иттем.
Ауыҙ асыу (ифтар) доғаһы
Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
Мәғәнәһе: Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
Ураҙа тотҡанда нимәләр тыйыла?
Тәмәке тартыу, сәхәрҙән алып ауыҙ асҡанға тиклем һыу, дарыу эсеү, енси яҡынлыҡ тыйыла. Ураҙала харам ризыҡтарҙан башҡа бар нәмәне лә ашарға рөхсәт ителә, тик ваҡытты боҙмау талабы мотлаҡ.
Тыйылған ғәмәлдәрҙән тыш, был айҙа мосолмандар Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мөмкин тиклем күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға тырыша.
Ҡатын-ҡыҙ ураҙаһы
Ҡатын-ҡыҙға күрем ваҡытында ураҙа тотоу тыйыла, йөклөлөк һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙарҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Айлығы башланыуын белеү менән һыу эсеп, ураҙаны туҡтаталар, сөнки ундай хәлендә ураҙа тотоу гонаһ ғәмәлгә инә. Ифтар (ауыҙ асыу) ваҡыты инеп өлгөрмәҫтән, ваҡыт әҙ генә ҡалған булһа ла ураҙа боҙолған иҫәпләнә.Тотолмай ҡалған көндәр өсөн улар башҡа ваҡытта ураҙа тотоп, көндәрен тултырып ҡуялар (ҡаза ҡылыу). Күрем (айлыҡ) ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙар иһә ҡаза ҡылынмай.
Зәкәттәр
Рамаҙан айында мосолмандар өс төрлө зәкәт түләй:
Фытыр саҙаҡаһы - Рамаҙан айы аҙағында, Ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә, мохтаждарға бирелә торған вәжиб саҙаҡа. Миҡдарын ҡайҙа нимә үҫеүенә ҡарап 1 сағ бөртөклө матдәләрҙән сығып иҫәпләнә. Европала бойҙай йә арпа, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла — дөгө, Яҡын Шәреҡтә — хөрмә менән иҫәпләнә. Сағ (ғәр.صاع) — был 4 ҡуш ус бөртөклө күләме. Ул 3,300 г (хәнәфи мәҙһәбтә), йәки 2,176 г (башҡа сөнни мәҙһәбтәрҙә) тип һанала.
Фидиә саҙаҡаһы - әгәр кеше төҙәлмәй торған дауамлы ауырыу икән, йә ҡартлыҡ буйынса ураҙа тота алмаған булһа, бындай осраҡта фиҙиә саҙаҡаһы түләргә тейеш була. Әгәр кешенең фиҙиә түләрлек хәле юҡ икән, унан бурыс төшә һәм ул үҙе саҙаҡа ала торған кеше булыуы ихтимал. Был осраҡта уның төп бурысы — саҙаҡа өсөн доға ҡылып ҡуйыу. Фиҙиә саҙаҡаһын бер фәҡиргә лә, бер нисәһенә бүлеп тә бирергә була
Мал-мөлкәттән саҙаҡа — зәкәт. Был төр саҙаҡа мал-мөлкәте нисабтан уҙһа ғына түләнә.
Ауыҙ астырыу йолаһы
Башҡорт халҡында ураҙа мәлендә ауыҙ астырыу йолаһы бар. Быны өҫтәмә сауап өсөн дә, үҙе ураҙа тота алмаған осраҡта фиҙиә иҫәбенән дә эшләйҙәр.
Бер көн дә ураҙа тота алмаған кеше йәки 60 кешене ауыҙ астыра, йәки 30 кешене ифтар ашатып, сәхәргә етерлек ризыҡ бирә. Ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала.

Автор:
Читайте нас