Шәп түбәтәй булып сыҡты ул, әрһеҙ, ҡайҙа саҡыралар, шунда бара. Дини мәжлес-сараларҙы әйтәм. Унар йыл дауамында ҡайһы ерҙәрҙә генә булманы ла, кемдәрҙе генә күрмәне. Үҙе, килептереп, матур. Әллә ниндәй йылтырауыҡтар менән биҙәлгән. Аҙаҡҡы мәлдәрҙә генә әллә нимә булды – юғала ла ҡуя. Мәрхүм Фәнир Малбаевтың ҡырҡын уҡытырға барғанда, Тамара апай янында ятҡан да ҡалған. Күпмелер ара түбәтәйһеҙ йөрөлдө. Теге саҡ Стәрлетамаҡҡа Ғаилә йылын асырға барғанда кереп алдым (Т. Малбаеваны Фәнис Рахманғолов менән , йортона һуғылып, алып киткәйнек). Инде хужаһына ҡайтты был тип йөрөһәм... Машинала Кинйә-Абыҙға киткән дә барған. Фәнис Мансур улы уны Гөлфиәһенә «бына, кемдер ҡалдырған, Йәмилме икән, ярар, ашарға һорамай, ятһын» тип әйтеп, өйөнә шкаф башына индереп һалған.
...Кисә Күмертауҙа «Ҙур ифтар» булды. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәте, һайлап-һайлап, ҡунаҡтар саҡырған, түрәләр бик күп. Ә минең башта түбәтәй юҡ. Кинйәлә ҡунаҡ булып ята. Ах та ух килеп (көнө ҡалай, машина ҡыҙманы ла ҡуйҙы) барып етһәм... Күп автомобилдәр араһында (Ифтарға килгәндәр, ысынлап та, елле кешеләр, машиналарҙан Тойоталарҙан тыш, хатта Гелик та бар) Ф. Рахманғоловтоң да машинаһы тора. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, шәп булды был тип ҡыуанһам, иртә шатланғанмын. Таҡыя, Күмертауға килмәй, Кинйә-Абыҙҙа ятып ҡалған. Тиҙ генә Хозяйственный тип аталған магазинға сабырға тура килде – башҡа, самалап, бына ошо түбәтәй алынды. Кинйәләгеһенән саҡ ҡына ҡайтышыраҡ, ярар, эш унда түгел, зарары юҡ, байрам шәп булды. Түрәләр ҙә, дин әһелдәре лә күп теләктәр әйтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ҙа килгән («Сәләм, Филиза, һине күрәһе көндәр ҙә бар икән, ҡалай матурайып киткәнһең»). Теләктең иң шәбе, әлбиттә, ошоноһо булды:
- Һуғыш бөтһөн, бөтәбеҙ ҙә имен булайыҡ.
Ысынлап та, таҡыяһыҙ ҡалыу ҙа булған бәлә, яуҙа йөрөгәндәр иҫән-һау ҡайтһын, әсәләр уллы, ҡатындар ирле, балалар аталы һәм бөтәбеҙҙең дә баштары һау булһын.