Билдәле, һәр ауылдың имамы ла шәп эшләй тип әйтеп булмай, аң, аҡыл, белем кимәленә ҡарап, һәр кем үҙенсә дин эшендә эшмәкәрлеген күрһәтә.
Әлеге конкурс, мөхтәсибәт фекренсә, ауыл имамдарының эшен әүҙемләштерергә тейеш.
Беҙҙә, ысынында, конкурс тигәндәре күп, ауыл халҡын тик ултырмай, әле ППМИ, әле реаль эштәр тип төрткөләйҙәр (аҡса бир тигәнгә ҡайтып ҡала күбеһе). “Айыҡ ауыл” тигәне кешеләрҙе эскелектән арындырырға ярҙам итә икән, был конкурстың маҡсаты халыҡ араһында иман таратыуға булышлыҡ итеүҙән тыш, алғы планға имамдарҙы сығарыу.
Ауылда имам нисек итеп халыҡ менән эшләй (сходтарға йөрөймө, үҙ һүҙен әйтәме, әллә Ҡөрән ашына барып ҡайта ла эше бөттөмө), интернетта әүҙем эш алып барамы (мәсеттә ошолай сара булды, мохтаждарға былайтып ярҙам иттек тип мәғлүмәт биреү, фотолар һалыу) – барыһы ла иҫәпкә алынасаҡ, ҡыҫҡаһы, ауыл мәсетенең йәмғиәт тормошондағы роленә баһа биреү буласаҡ.
Иң актив тип табылған мәсетте шәп бүләк көтә – 100 мең һум аҡса. Спонсорлыҡ ярҙамын Мәмбәтҡол уҙамандары Минияр һәм Дамир Хәйбуллин күрһәтә.
Тиҙҙән белербеҙ – Көйөргәҙе районында иң иманлы ауыл ҡайһыһы, иң шәп имам кемеһе.