Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Март , 11:40

Ауырлығын бер ҙә тойманым

Күмертау ҡалаһында йәшәгән 14 йәшлек Данил нисек Ураҙа тотҡан?

Ауырлығын бер ҙә тойманым
Ауырлығын бер ҙә тойманым

Данил Йыһаншин, Күмертау ҡалаһы, 14 йәш:
- Ураҙа тоторға мин үҙ теләгем менән, аңым менән ныҡлы уйлап, аңлап ниәт ҡылдым. Икенсе йыл рәттән тулы ай буйы ураҙа тотам. Былтыр тәүгә тотҡас ауырыраҡ тойолғайны, быйыл ауырлыҡ тойманым. Мәктәптә уҡып йөрөһәм дә ауыр түгел, асығыуҙы тоймайым, эстә ниндәйҙер еңеллек, күңелгә лә рәхәт. Мәктәптә минең кеүек ураҙа тотоусылар бихисап, класташтарым Абдулла менән Диана ла тота. Көрәш буйынса тренировкаға ла ауыҙ асмай барам, унда ауыҙ асыр ваҡыт етһә, беҙ тренерым Әхәт Әхмәтшәриф улы менән һыу эсеп, емеш ауыҙ итәбеҙ һәм тренировкаларҙы дауам итәбеҙ, өйгә ҡайтҡас инде өҫтәл артына ултырып, әнейем әҙерләгән һыйлы һәм тәмле табынға уҙып, ашап алам. Ураҙа тотоуға мин тренерем миҫалында килдем, ул минең өсөн өлгө булды, ул беҙгә көрәш спортының нескәлектәре менән берлектә, дин тураһында ла һөйләй, дөрөҫ юлдан атларға, насарлыҡтар ҡылмаҫҡа өйрәтә.
Минең ураҙа тотоуымды ғаиләлә барыһы ла хуплайҙар, былтыр, әле бәләкәйһең, асығаһың, мәктәптә ауыр булыр, тип әйтеп ҡаранылар, быйыл инде улай тип әйтеүсе булманы. Ураҙа тотоуымды бигерәк тә олатайым хуплай, ул барыһына ла ғорурланып, минең улым ураҙа тота, ти, өләсәйем, асығаһың, тип йәлләй. Атай-әсәйем инде минең был теләгемә бөтөнләй ҡаршы түгел, үҙ теләге менән тотҡас, Аллаһы Тәғәлә риза булһын, ҡабул ҡылһын, тип торалар. Мин был аҙымым менән мырҙам Данисҡа өлгө күрһәттем, ул да миңә ҡарап ураҙа тоторға теләй, быйыл тотоп ҡараны, ләкин әлегә бәләкәй булыу сәбәпле, ихтыяры етмәне. Ауылға ялға ҡайтҡанда ураҙа тотоуы тағы ла күңеллерәк, унда апайым менән еҙнәм ҡайта, улар ҙа ураҙа тота, еҙнәм инде нисә йыл рәттән ураҙаны тулы ай тота. Бергәләп сәхәргә тороу, кисен өләсәйемдең тәмле ризыҡтары менән ауыҙ асыу күңелле.
Аллаһы Тәғәлә барлығына ышанам, уның ярҙамын тойоп йәшәйем, шуға күрә ихласлыҡ менән, уның ризалығы өсөн быйыл да ураҙамды тоттом, ҡабул булһын, тип теләп ҡалм. Барлыҡ мосолмандарҙы изге ай тамамланыу -  Ураҙа ғәйете байрамы менән ҡотлайым!

Автор:
Читайте нас