Зарема ҒАБДУЛЛИНА, Күмертау ҡалаһы:
- Ураҙа – кешене яуаплылыҡҡа, түҙемлеккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәткән ғибәҙәт. Беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән бергәләп ураҙалабыҙ. Балаларым башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ тота башланылар. Быйыл да бер көнөн дә ҡалдырмай тотоп киләбеҙ. 10 йәшлек улым Билал мәсеткә иттифаҡҡа ла ике төнгә барҙы. Үҙе Айнур хәҙрәттән рөхсәт алып, кейемдәрен йыйып, дәртләнеп китте. Унда намаҙ уҡып, Ҡөрьән уҡып, сәхәр эсәләр, дәрестәр ҙә үткәрәләр.
"Мәсеткә мин үҙ өйөмә ҡайтҡан кеүек яратып барам, оҙаҡ йөрөмәһәм, һағынып китәм", - был минең кесе улым 9 йәшлек Ильястың һүҙҙәре. Ул уны тарауих намаҙҙарын уҡырға барғанда, мәсет ишеген асып алға атлап инеү менән әйтте. Эстән генә ҡыуанып, йылмайып ҡуйҙым. ӘлхәмдулилЛәһ, тимәк балаларымдың йөрәктәре мәсеткә, дингә бәйләнгән. Был бит ҙур ҡыуаныс. Ҡыҙҙар һәм улдарына яҡшы тәрбиә бирергә, әҙәп-ахләҡ яғынан тәртипле үҫеүҙәрен теләгән һәр атай әсәй өсөн баһалаһығыҙ бәхет. Һәм бының өсөн беҙ тик Аллаһҡа рәхмәтлебеҙ, ӘлхәмдулилЛәһ.
Ҡулына Ҡөрьән тотоп уҡып ултырған, мәсеттә уҙғарылған дини дәрестәргә һәм бөтә сараларға атлығып торған, кескәй ваҡыттан ураҙа тотҡан балалар беҙҙең ҡаҙаныш түгел, Аллаһ бүләге.