Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Март , 08:15

Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарын ярлыҡа

Ҡояш сығып та өлгөрмәне, өлкәндәр, балалар, йәш ғаиләләр Яҡут ауылы "Хәҙисә" мәсетенә ашыҡты.

Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарын ярлыҡа
Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарын ярлыҡа

Байрам намаҙын бик ҙур әҙерлек менән Рәүил хәҙрәт башлап ебәрҙе, Иншалаһ! Халыҡ та ошондай юғары кимәлдәге байрамдарҙы бигерәк һағыныуы, күңелдәрҙе йылытырға ошондай Ураҙа ғәйеттәре етмәүе, халыҡтың күҙҙәрендә сағылып ҡала ине. Намаҙға тиклем халыҡ Дини вәғәздәр тыңланы;Рауиль хәҙрәттең вәғәздәрен, Таруих намаҙҙарында ла тыңлап ҙур фәһемдәр алып йөрөгән инек инде, бөгөнгө байрамдала вәғәздәр тыңлап, килгән халыҡ бер-береһе менән аралашты, хәйер һалды.
Шуныһы ҡыуаныслы булды: ауылыбыҙ мәсете ҡала мөстәхибе Айнур хәҙрәттең ҡулынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанды!
Алыҫ араларҙан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ алдында, үҙе бер мәртәбә булды.
Шулай булмай, күпме көсөн һалған ул ошо ауылға Ислам динен керетәм- тип.
Күпме саҡрым юлдар үткәндер, ҡышын саңғыла, йәйен велосипедта, эйе, шулай, сөнки ул белә, Ислам Динендә мәсеткә бер аҙым атлауының күпме һауап икәнен!
Ул янғыҙ түгел уның менән бергә йөрөусе, улдары, мырҙалары, берҙәм булып Дин юлын күтәрәләр ауылыбыҙҙа!
Бөгөн дә үҙенең өйрәткән улдарынан Ҡөрьән уҡытып ризалыҡтарын биреп ултырҙы.
Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарыбыҙ, ғәйет намаҙын уҡып иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Рәжәп ағай Юлбарисов сығышында, МХО- ла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙ тураһында бәйән итте. Барыһына ла, иҫән - имен ҡайтып ошо күркәм мәсеттәргә йөрөргә насиб булһын- тине.
Нәсимә апай Шамсутдинова ҡотлап үтте;

- Барығыҙҙы ла ошо күркәм байрам менән ҡайнар ҡотлайым. Яҡындарыбыҙға, халҡыбыҙға, милләтебеҙгә тыныслыҡ, именлек бирһен, үҙенең сикһеҙ рәхмәттәренән айырмаһын Аллаһы Тәғәләм, - тип халыҡҡа ҡотлауын еткерҙе.
Роза Әбйәлилова сығышында;
- Ошо изге айҙа ғына түгел, башҡа ваҡытта лә яҡшылыҡ ҡылырға, башҡаларға ҡарата мәрхәмәтле булырға саҡырҙы. Бер- беребеҙгә ихтирамлы - иғтибарлы булайыҡ һәр ваҡытта ла, - тине.
Рамаҙан айҙары кемгәлер хәйерле булһа, кемдеңдер ҡапҡаларын хәйерһеҙерәге шаҡыны. Нишәйһең, был донъя бер алдын бер артын күрһәтә, сабыр булайыҡ.
Аллаһ Тәғәләм! Ошо күркәм айҙарға ирешә алмай вафат булған туғандарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың, дин ҡәрҙштәребеҙҙең белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһ хаталарын ярлыҡа, изге ғәмәлдәренең әжер һауаптарын арттырһаң ине.
Киләһе Рамаҙан айҙарын да күрергә насип булһын. Ил-донъяларыбыҙ тыныс, имен, тормоштарыбыҙ мул булһын! Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас