Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Март , 09:59

Илсаф хәҙрәт өйләнеп, башҡа ергә күсеп киткәс, етемһерәп ҡалғайныҡ

Ураҙа ғәйете Яҡуп ауылында ла бик яҡшы үтеп китте.

Илсаф хәҙрәт өйләнеп, башҡа ергә күсеп киткәс, етемһерәп ҡалғайныҡ
Илсаф хәҙрәт өйләнеп, башҡа ергә күсеп киткәс, етемһерәп ҡалғайныҡ

Мәсетебеҙ Илсаф хәҙрәт өйләнеп, башҡа ергә күсеп киткәс, етемһерәп ҡалғайны. Ҡышын йөрөүсе лә кеше булманы, имам булмағас. Рамаҙан айында ифтарҙар мәсеттә үтә ине, быйыл ауыл халҡы өйөндә ойошторҙо. Ауылға Башҡортостандың почетлы имам хатибы Азат хажый Хәлилов ҡайтҡайны. Халыҡ уға ғәйетте мәсеттә үткәрһәк ине тип, мөрәжәғәт итте. Хәҙрәт өмәләр ойоштороп, мәсетте ипкә килтерҙе, егеттәр ҡар көрәне, ҡыҙ-ҡырҡын мәсет эсен тәртипкә килтерҙе. Ғәйеткә мәсетебеҙ йылы матур булды. Ауыл халҡы бешеренеп килде Хәҙрәт вәғәз уҡығас, ғәйет намаҙына баҫтыҡ. Аҙаҡ ғәйет сәйе ойошторолдо. Ҙур рәхмәт Азат хажый хәҙрәткә һәм өмәгә, шулай уҡ ураҙа ғәйетенә килгән ауылдаштарға. Һәр саҡ шулай берҙәм булайыҡ.

Юлай Ишмөхәмәтов. 

Автор:
Читайте нас