Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Март , 10:25

Остазыбыҙ - Минзәлә Миһранова

Беҙ Дини-мәҙәни үҙәктә белем алабыҙ. 1 октябрҙән ғәрәп теле дәрестәренә йөрөй башланыҡ.

Остазыбыҙ -  Минзәлә Миһранова
Остазыбыҙ - Минзәлә Миһранова

Төркөмдә 19 ҡатын-ҡыҙ уҡыйбыҙ. Остазыбыҙ - бик белемле һәм рухи яҡтан үҫешкән Минзәлә Марс ҡыҙы Миһранова. Бинала бөтә шарттар ҙа булдырылған: йылы, таҙа бүлмәләр, заманса интерактив таҡталар, кәрәкле китаптар, дәфтәрҙәр менән тәьмин итеп торалар. Бына хәрефтәрҙе өйрәнеп, яйлап сүрәләр менән таныша башланыҡ. Иң шаа Аллаһ! Изге Рамаҙан айында беҙгә "Ҡөрьән" китаптары бүләк иттеләр. Бындай һис шикһеҙ ҡыуаныслы мәсьәләгә Айнур хәҙрәтебеҙ булышлыҡ итте. Ул ислам динебеҙ алға барһын тип бик тырыша. Төркөмөбөҙ уҡыусылары исеменән уға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ғаилә именлеге, иҫәнлек-һаулыҡ, алдағы эштәрендә тик уңыштар ғына теләйбеҙ!
Дини-мәҙәни үҙәктең 1-се курс уҡыусылары

Автор:
Читайте нас