- Тәәәк, бына икән «Юшатыр»...
Коридорҙа шулай тип һөйләшәләр икән, тимәк, беҙгә төбәп киләләр.
- Бында башҡортса һөйләшәләрме?
Әлбиттә, башҡортса ла, татарса ла, русса ла, тел беҙгә кәртә түгел – әйҙә, рәхәтләнеп, туған телдә һөйлә. Бәләкәй Мусаның урамдарында нисек һөйләшәһегеҙ, шулай итеп.
Тап ошо ауыл егеттәре булып сыҡты был уҙамандар.
- Ураҙа байрамын үткәрҙек ауылда, ғәләмәт шәп булды, инәйҙәрҙең ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Рөстәм хәҙрәт тә килде, уға рәхмәт, ҡотлау һүҙҙәрен әйтте, доғалар ҡылды.
- Ҡайһы Рөстәм хәҙрәт?- был исемле имамды ишеткән юҡ, юғиһә.
- Рөстәм Вахитов, ауыл башлығы, белмәгән һөнәре юҡ уның, маладис, бына әле, барыһына өҫтәп, Илкәнәй ауылы имамы ла - ул.
- Байрамды кем үткәрҙе, ойошторҙо, аҡслатамы, маллатамы тигәндәй, ярҙам итте?
- Беҙ үҙебеҙ, бына был ерен бик яҙмаҫҡа ине, маҡтанырға тип килмәнек, Бәләкәй Мусаның ололарының күңеле булһын, байрамды яҙығыҙ әле тип кенә һуғылдыҡ. Изге ғәмәлде «мин булдырҙым, бына мин ҡалай шәпмен» тип шапырынмай ғына эшләгәндә, ул тәмлерәк була. Беҙҙең ауыл – шәп ауыл. Халҡы ла яҡшы. Былтыр, беләһегеҙ, урамға һыу үткәрәм тип, бер әҙәм алданы, ә тышта – ҡара көҙ, ҡыш буйы һыуһыҙ ултыра инек, сыҡтыҡ та, үҙебеҙ барыһын эшләп ҡуйҙыҡ. Алдағы көндәрҙә, Аллаһы бирһә, шишмәләрҙе таҙартабыҙ әле, унан башҡа ла пландар етерлек. Рөстәм хәҙрәт Вахитов һәр идеяны күтәреп алып тора...
Егеттәр нисек тиҙ генә кергән, шулай тиҙ сығып китте. Күңелгә йылы яҡтылыҡ һирпеп китте – тап һеҙҙәй ирҙәр беҙҙең донъябыҙ тотҡаһы, мең йәшәгеҙ, бындай уҙамандарыбыҙ бар икән, тимәк, киләсәгебеҙ ҙә була.
Бәләкәй Мусалағы Ураҙа байрамын кем, хәләл көсөн түгеп, үткәргән? Ошо егеттәр. Исемдәрен белмәйбеҙ, уларҙы халыҡ белә. Шуныһы ла бик еткән.