Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Март , 14:22

Рәүеф менән Рузалия Вәлитовтарға ҙур рәхмәт

Изге Ураҙа байрамы бар ерҙә лә мөбәрәк үткән кеүек, Ҡунаҡбай ауылында ла бик матур булды.

Рәүеф менән Рузалия Вәлитовтарға ҙур рәхмәт
Рәүеф менән Рузалия Вәлитовтарға ҙур рәхмәт

Ауылыбыҙ старостаһы Рәүеф Вәлитов байрамға ауыл халҡын, өйөнә саҡырып, һыйланы. Тормош иптәше Рузалия ханым тәмле ризыҡтарын әҙерләп, һәр кемде мөләйем йөҙ менән ҡаршы алды. Халыҡты байрам менән ҡотларға күстәнәстәрен тейәп район Советы депутаты Ғәйнетдин Ғәзиз улы Мөхәмәтов та килде.
Ҡунаҡбайҙарға байрам бүләк иткән Рәүеф менән Рузалия Вәлитовтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырған өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙҙәрен меңләтә һөйөндөрһөн. Байрамға йыйылыусыларҙың һәр береһе илгә именлек, яҡындарына һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош теләп, күңелдәре булып таралышты.
Айгөл ҒӘЛИӘХМӘТОВА, Молокан ауылы

Автор:
Читайте нас