

Беҙҙең төркөм уҡыусылары октябрь айында беренсе тапҡыр ғәрәп хәрефтәрен белергә, намаҙҙы дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнергә тигән өмөтләр менән мәсет ишектәрен асып кергәйнек. Ҡурҡып, хатта оялып ҡына килеп керҙек. Беҙҙе яҡты йөҙ менән Эльфира һәм Зәлиә апаларыбыҙ ҡаршы алдылар. Бөтөн тырышлыҡтарын һалып, ҙур сабырлыҡтар менән уҡыта башланылар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙ ғәрәп хәрефтәрен, тәҗвид ҡағиҙәләрен өйрәндек, Ҡөръән китабын ҡулыбыҙға тотоп, унан аяттар, сүрәләр уҡый башланыҡ. Ислам дине нигеҙҙәре менән таныштыҡ, намаҙҙарҙы дөрөҫ итеп уҡырға өйрәндек. Әхлаҡтан да дәрестәр алдыҡ. Шатлана – шатлана уҡырға йөрөнөк.
Хөрмәтле, изге күңелле мөғәлимәләребеҙ!
Һеҙгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!
Киләсәк көндәрҙә лә бергә булып, тағын да күберәк белемдәр алырға насип итһен беҙгә.
Белемдәрҙе йомғаҡлау көнөнә ҙур ҡунаҡтар килде. Дини – мәҙәни үҙәктең мөдире Хәлилова Нурия апай менән Фәиз абзыйға имтихан бирҙек. Һәм һынатманыҡ. Белгәндәребеҙҙе матур итеп яуап бирҙек. Бик йылы аралашу булды был көндө.
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимовтың Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм иң ҙур бүләк – Ҡөръән китабын да тапшырҙылар беҙгә. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы!
Һеҙгә иҫәнлек, изге эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ. АллаһТәғәләнең рәхмәттәренә ирешергә яҙһын.
Рәсилә ӘБДЕЛМӘНОВА, 1-се курс уҡыусыһы Яңы Мораптал ауылы