Иман
28 Мая , 02:22

Гагарин әҙерләне, Мәсәғүт ҡушылды

Ауылыбыҙҙа һағынып көтөп алған Ҡорбан-ғәйете ҙур әҙерлек менән үтте, матур, күркәм, таҙа мәсеттәргә килеп кереүе бигерәк тә ҡыуаныслы, ял итеп, йән тыныслығы алып ҡайтаһың.

Гагарин әҙерләне, Мәсәғүт ҡушылдыГагарин әҙерләне, Мәсәғүт ҡушылды
Гагарин әҙерләне, Мәсәғүт ҡушылды

Ошо мәсетте һалған, кемдәр һалыуҙа ҙур өлөш индергән, ҡысҡырып әйтмәһәк тә, күңелдәребеҙҙән шул иманлы бәндәләргә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ!
Ошо матур байрамдарҙы күрә алыуыбыҙға ихлас күңелдән Аллаһ Тәғәләмә рәхмәттәр уҡып, Ҡорбан ғәйетенең шундай мөбәрәк үтеүенә ризабыҙ.
Халыҡ бик әүҙем йыйылған ине Ҡорбан-ғәйетенә, йәштәрҙең, балаларҙың килеүе бик мәслихәт. Ямала-Нененскийҙан ҡайтҡан ҡунаҡтарыбыҙ ҙа булды хатта, бына — ниндәй әүҙем халыҡтар йәшәй ауылыбыҙҙа. Ошо байрамға бар ғаиләләрен йыйып алып килгән мосолман ҡәрҙәштәрҙе күргәс, «Халыҡ йәшәр, киләсәктә Иншаллаһ» тигән уйҙар килә.
Мәсетебеҙҙең имамы Рәүил Кәрәмәт улы байрам вәғәздәре менән сығыш яһаны, ил-йорттарыбыҙҙың именлеген теләп доғалар ҡылды. Ҡорбан-ғәйете намаҙы уҡылды.
Байрамды дауам итеп Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисов һүҙ алды — атҡаҙанған врач, Рәсәйҙең иң яҡшы етәкселәренең исемлегенә ингән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, районыбыҙҙың Почетлы граждандары исемлегенә ингән, иң абруйлы кешеләребеҙҙең береһе. Ауылдаштарын ҡотлап үтте, һүҙгә бай булған был ағайҙың теләктәре бихисап. Бөгөн дә ауылыбыҙҙың МХО-ла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, донъяла барған хәлдәргә туҡталып, һүҙ ыңғайы менән ауылыбыҙҙан ошо көндәрҙә "Хаж" ҡылған улыбыҙ Фәнил Илдар улының Арафат тауына күтәрелеүен һөйләп үтте.
Эйе, ауылыбыҙ өсөн ҙур мәртәбә — ошондай дини кешеләребеҙ булғаны ҙур ҡыуаныс беҙҙең өсөн.
Вильдан Дамир улының доғаларын тыңлап, йөрәктәребеҙ ял итте. Йәш кенә баланың тырышып сүрәләр ятлауы — Аллаһ Тәғәләнең биргән бүләгелер.
Наурат Яматовтың доғалары ла, теләктәре лә байрамға йәм өҫтәне.
Клуб мөдире Рәүф Әбйәлилов ауылдаштарын ҡотлап сығыш яһаны, байрамға килеүселәрҙе байрам менән тәбрикләне.
Клубта Ҡорбан ашы әҙерләүҙәрен әйтте, колхоз рәйесе Дамир Таһир улына бик күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде! Ысынлап та шулай — бар ауылдың ризалыҡтарын алып Ҡорбан ите таратып биреүҙәре, колхозыбыҙҙың ныҡлы икәнен аңлата түгелме? Был — бик ҙур һауаплы эш башҡарыу киләсәктә яңынан-яңы уңыштарға килтерер, Иншаллаһ!
Яҡут ауылында һәр дини байрам һайын бер урам аш-һыу әҙерләй, был юлы Гагарин урамдары әҙерләне, уларға Мәсәғүт урамдары ҡушылды, алып килгән күстейҙәр ҙә мул ине, ҙур рәхмәт! Ҡорбан ашы өҫтәле янында ла һүҙ алыусылар күп булды.
Именлектә, тыныслыҡта йәшәйек, киләһе байрамдарҙы күрергә насип булһын! 
Ил-йорттарыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.

Автор:
Читайте нас